Профессор, медицина фәндәре докторы, Рәсәй Медицина фәндәре академияһының мөхбир-ағзаһы, Рәсәй Фәндәр академияһының мөхбир-ағзаһы, Рәсәйҙең атҡаҙанған фән эшмәкәре, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, Башҡортостан хирургтары ассоциацияһы президенты Вил Мамил улы Тимербулатовтың 70 йәшлек юбилейына арналған халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференция булды.
Саралағы сығышында Вил Мамил улы табип һөнәренең тыныс ваҡытта ла, хәрби осорҙа ла мөһим икәнлеге хаҡында һөйләне. Ул шулай уҡ хеҙмәттәштәрен Хирургтар ассоциацияһының рәхмәт хаттары менән бүләкләне. Улар араһында Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларында йәшәүселәргә ярҙам иткән ирекмәндәр ҙә бар ине.
Төбәк-ара конференцияла иһә республиканың алдынғы хирургтары тармаҡ өсөн көнүҙәк темаларға сығыш яһаны.
Фото: bashgmu.ru