Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
20 Май 2022, 15:46

Мейе өсөн зыянлы ризыҡтар ашамағыҙ

vk.com
Фото:vk.com

Ғалимдар илебеҙҙә йәшәгән күптәрҙең ашау рационының йыш ҡына бер төрлө икәнлеген асыҡлаған. Ул, нигеҙҙә, ит, картуф һәм ондан бешерелгән аҙыҡ-түлектән тора.

Тикшереүҙә уртаса 78 йәштә деменциялы – 209 һәм ошо уҡ йәштәге, төрлө енес­тәге, белемле, әммә когнитив боҙолоуҙарға дусар түгел 418 кеше ҡатнашҡан. Улар анке­таға һуңғы йылда күпме һәм нимә ашағанлығы хаҡында мәғлүмәттәрҙе яҙған, өҫтәүенә, медицина тикшереүе лә үткән.

Шулай итеп, ғалимдарҙың тикшереүе деменциянан йонсоғандарҙың күберәк колбасаға, ыҫланған һәм крахмалға бай аҙыҡ-түлеккә, алкоголгә, тәм-томға өҫтөнлөк биреүен асыҡлаған. Ә бына ит, диңгеҙ ризыҡтары, йәшелсә, еләк-емеш менән туҡланғандарҙың аҡыл йәһәтенән сәләмәтлегендә норманан тайпылыштар күҙәтелмәгән.

Айһылыу НИЗАМОВА 

Автор:Розалия Абдрафикова
Читайте нас: