Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
20 Май 2022, 15:42

Ниңә төш иң тәмле мәлендә өҙөлә?

top-shop.ee.
Фото:top-shop.ee.

Һәр кемдең бер тапҡыр булһа ла ошондай хәлгә тарығаны барҙыр. Ни өсөн тип уйлайһығыҙмы?

Төштәр буйынса белгес Росс Кальвин белдереүенсә, кеше төш барышында “хыяллана” икән, шуға ваҡытында уяныу “кисектергеһеҙ”, сөнки һәр уй-хыял ҡасан да булһа өҙөлә, туҡтауһыҙ дауам итә алмай.

Кеше төндә биш-алты төш күреү һәләтенә эйә, тик бына уларҙың бары һуңғыһы ғына хәтерҙә уйылып ҡала икән. Өҫтәүенә, тап ул төрлө ваҡиғаларға бай була. Был иһә төштөң икенсе өлөшө тип атала. Уны белгестәр  тиҙ фаза тип йөрөтә. Ә төштөң тәүге өлөшө – оҙоно – артыҡ хәтерҙә ҡалмай. Асыҡ­ланыуынса, уянған сағыбыҙҙа күргән төштәр генә хәтер “янсы­ғы”нда һаҡланып ҡала. Өҫтәүенә, был мәлдә мейе лә шәберәк эшләй башлай һәм көслө, хатта кешене уянырға мәжбүр иткән уй-хисте генә “һөҙөп” алып ҡала. Тап шуға ҡайһы саҡ төштөң аҙағын күреп өлгөрмәү хисе менән йоҡонан уянабыҙ.

АҠШ-тағы Төньяҡ Каролина университеты хеҙмәткәрҙәре, гүзәл зат вәкилдәренә туйғансы йоҡларға кәрәк, тип иҫбатлай. Ғалимдар фекеренсә, ҡатын-ҡыҙ бер юлы бихисап мәсьәләне уңышлы тормош­ҡа ашыра ала, шуға улар күпкә нығыраҡ арый. Ә бына көслө зат вәкилдәре аныҡ ваҡытын айырым бер проблеманы хәл итеүгә арнай. Тимәк, улар көс-ҡеүәтен дә артыҡ сарыф итмәй.

Өҫтәүенә, ғалимдар гүзәл зат вәкилдәренең төндә генә түгел, көндөҙ ҙә серем итеп алыуының организмға яҡшы тәьҫир яһауын бәйән итә. Бының өсөн сәғәт ярым ваҡыт етә.

Көндөҙ серем итеп алыу ҡатын-ҡыҙҙың кәйефен яҡшырта, тиҙ ҡыҙып китеүсәнлектән аралай. Бынан тыш, йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренең барлыҡҡа килеү ихтималлығы ла кәмейәсәк. Шул уҡ ваҡытта көндөҙ ике сәғәттән ашыу йоҡлау бөтөнләй кире йоғонтоға эйә икәнлеген дә иҫкәртә ғалимдар.

Айһылыу НИЗАМОВА

Читайте нас: