Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
20 Май 2022, 15:40

Өйөгөҙҙө таҙалап тороғоҙ

Вирустарҙың һаулыҡ өсөн бик хәүефле икәнлеге хаҡында һәр кем яҡшы хәбәрҙар, шуға фатирығыҙҙың йәки өйөгөҙҙөң таҙа булыуы мотлаҡ. Был йәһәттән белгестәр түбәндәгеләрҙе кәңәш итә.

Торлаҡты вирустарҙан таҙартыуҙың иң яҡшы юлы, әлбиттә, уны даими йыуыу һәм һөртөү. Быны дарыухананан һатып алынған мирамистин, хлоргексидин йәки дезактин ярҙамында атҡарырға мөмкин. Һуңғыһында хлор бар, шуға уны йылы һыуға ҡушып йыуыу яҡшы. Ошо матдәләр һалынған һыу менән иҙәнде йыуығыҙ, шулай уҡ ғаилә ағзалары йышыраҡ тотҡан ишек тотҡаларын, компьютер клавиатураһын һәм башҡа әйберҙәрҙе һөртөгөҙ.

Икенсенән, йорт йәки фатирҙы таҙалағанда “Белизна”, “Блеск”, “Санита” һәм башҡа химик сараларҙы фай­ҙаланырға мөмкин, тик бирсәткә кейергә онотмағыҙ, сөнки уларҙың составында монохлорамин һәм хлор эзбизе бар.

Бынан тыш, халыҡ сараларын да ҡулланырға мөмкин. Мәҫәлән, ҡайһы берәүҙәр бүлмә-фатирҙы йыйыштыр­ғанда бер стакан һыуға бер тамсы нишатыр спирты һала йәки ун литр һыуға бер стакан водород перекисын фай­ҙалана. Аш һеркәһе, ҡәҙимге тоҙ ҙа инфекцияларҙан ҡотолорға ярҙам итә.

Эфир майҙары ла төрлө инфекцияны зарарһыҙландыра. Мәҫәлән, эвкалипт, лимон, пихта һәм башҡалар, тик был осраҡта өйҙә аллергиянан йонсоған­дарҙың булыу-булмауын иҫәпкә алыу зарур.

Фатир-йортто төрлө инфекция-вирус­тарҙан таҙартыу өсөн хатта кварц йәки бактерицидлы лампа ҡулланғандар ҙа осрай. Уны иһә һәр алты сәғәт һайын 15 минут файҙаланырға мөмкин. Иң мөһиме – был приборҙарҙы тоҡандырғанда бүлмәлә кешеләр булырға тейеш түгел.

Бынан тыш, фатир-йортоғоҙҙо даими елләтергә кәрәклеген хәтерегеҙҙән сығармағыҙ. Таҙалыҡтың сәләмәтлек нигеҙе икәнлеген онотмайыҡ. Үрҙә әйтелгән кәңәштәр яҡындарығыҙҙың һаулығын һаҡлауға булышлыҡ итмәй ҡалмаҫ.

Айһылыу НИЗАМОВА

Читайте нас: