Йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре – өлкәндәрҙең үлемендә төп сәбәптәрҙең береһе. Улар араһындағы йөрәк сирҙәре осраҡтарының 30 проценты үлем менән тамамлана. Шуның 85 проценты инсульт һәм миокард инфарктына тап килә.
БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығында ғинуар-апрель айҙарында былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда кардиология йүнәлеше буйынса яңы лицензиялар 30 процентҡа күберәк бирелгән. Быйыл 13 яңы медицина ойошмаһы лицензия алһа, шуларҙың етеһе – шәхси.
– Хәҙерге ваҡытта Берҙәм лицензиялар реестрында кардиология йүнәлеше буйынса 354 ойошма теркәлгән, уларҙың 93-ө – дәүләт, дүртәүһе – муниципаль, 257-һе шәхси милек формаһына ҡарай, – ти министрлыҡтың лицензиялар бүлеге начальнигы Эльвира Тәхәүетдинова.
Быйыл лицензия алған медицина ойошмалары амбулатор, стационар, махсус ашығыс ярҙам шарттарында юғары технологиялы медицина ярҙамы күрһәтә, шулай уҡ күсмә бригадалар менән юлға сыға. Тәүге медицина ярҙамы йөрәк сирле ауырыуҙарға фельдшер-акушерлыҡ пункттарында, табиплыҡ амбулаторияларында, участка дауаханаларында, үҙәк район һәм ҡала дауаханаларында ашығыс медицина ярҙамы бригадалары тарафынан күрһәтелә.
Әлеге ваҡытта лицензиялау барышын еңеләйтеүгә министрлыҡ ойошторған “ҡыҙыу бәйләнеш” булыша - консультация бирә, методик ярҙам күрһәтә, документтарҙы электрон формала нисек тапшырырға өйрәтә.
2022 йылдың март айынан закон тарафынан лицензия эштәрен ҡыҫҡа ваҡытта үткәреү талап ителә. Лицензия талаптарына ярашлылыҡты баһалау һәм лицензия биреү йәки унан баш тартыу тураһында ҡарар ҡабул итеү ғариза биргәндән һуң 15 эш көнө эсендә хәл ителә. Ҡабаттан рәсмиләштергәндә – бары 10 эш көнөндә.
Фото: https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=56029