Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
21 Май 2022, 09:30

Тикшерелеп ҡалығыҙ!

Табиптар бригадаһы тағы алты районда буласаҡ.

Тикшерелеп ҡалығыҙ!
Тикшерелеп ҡалығыҙ!

“Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы барышында барлыҡ райондарҙа йәшәүселәр белгестәрҙән кәңәш алыу, медицина тикшереүе үтеү һәм беренсел медицина ярҙамын алыу мөмкинлегенә эйә. Әлеге ваҡытҡа 21471 кеше тикшереү үткән. 1095 кешенең ҡанында глюкозаның артыуы, 1660-ында артериаль ҡан баҫымының күтәрелеүе күҙәтелгән. 754 кешелә йөрәк сире асыҡланған, өсәүһендә туберкулезға шик табылған һәм башҡалар теркәлгән.

Түбәндәге график буйынса бригадалар алты районда буласаҡ:

Өфө районында: 23.05-24.05 - Нижегородка ауылы, 25.05-26.05 - Шамонин ауылы, 27.05 - Шмидт ауылы;

Дыуан районы маршруты Балаҡатай районында башлана: 23.05-24.05 - Майғаҙы ауылы, 25.05-27.05 -  Урғалы ауылы;

Октябрьский маршруты Баҡалы районында башлана: 23.05-24.05 - Урманай ауылы, 25.05-26.05 - Ҡуштирәк ауылы, 27.05 - Яңы Урсай ауылы.

Стәрлетамаҡ маршруты Ишембай районында эште дауам итә: 23.05-24.05 - Яңы Әптек ауылы, 25.05-26.05- Әхмәр ауылы, 27.05 - Ишәй ауылы.

Белорет маршруты Әбйәлил районында башлана: 25.05-26.05 - Байым ауылы, 27.05-30.05 - Михайловка ауылы.

Фото: БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: