Тәүҙә геркулес яҫмығы һатып алабыҙ. Уны алғанда ҡаптың төбөнә иғтибарлап ҡарарға кәрәк: унда 1 һаны яҙылһа - был яҫмыҡтың иң эреһе. Яҫмыҡты һаҡлау ваҡыты алты айҙан артмаҫҡа тейеш, шулай икән - файҙалыраҡ.
Бер порция өсөн өймәләм ике ҡалаҡ яҫмыҡты алып, тишекле һауытта йыуабыҙ ҙа өҫтөнә 300 миллилитр ҡайнар һыу ҡойоп, биш минут ҡайнатабыҙ һәм 10 минутҡа ултыртып ҡуябыҙ.
Шифалы эсемлекте көнөнә бер-ике тапҡыр ашарҙан 20 минут алдан эсергә. Ай буйы ҡулланғас, 10 көн ял.
Был төнәтмәнең файҙаһы нимәлә? Организмдың һаҡланыу сараһы үҫешә, иммунитет күтәрелә, ҡул-аяҡтың шешенеүе бөтә. Бәүел бүленеү эшмәкәрлеге һәм ҡан баҫымы яйға һалына.
Фото: omtea.ru