Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
23 Май 2022, 14:30

Радий Хәбиров өлгө күрһәтә

Башлыҡ был эште башлаған ведомстволар һәм муниципалитеттар етәкселәренә рәхмәт әйтте. 

Радий Хәбиров өлгө күрһәтә
Радий Хәбиров өлгө күрһәтә

Һуңғы арала коронавирустың яңы тулҡыны килә тигән хәбәрҙәр ҡуйырҙы. Башҡортостанға ул янаймы? Әле беҙҙә хәлдәр нисек? Был турала бөгөн Республикаға идара итеү үҙәгендә үткән Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Азат Рәхмәтуллин һөйләне.

Пандемия башланғаны бирле Башҡортостанда сирҙең 287,8 мең осрағы теркәлгән. Һуңғы тәүлектә 87 яңы осраҡ асыҡланған. 117 кеше дауаханала ята, 555 пациент өйөндә дауалана. Кисә-бөгөн коронавирустан үлгәндәр теркәлмәгән. Дөйөм алғанда, 5660 кеше вирустың ҡорбанына әүерелгән, уларҙың 4878-е – өлкән йәштәгеләр.

Етәксе белдереүенсә, әлеге ваҡытта район һәм ҡалаларҙа әүҙем рәүештә ревакцинация бара. Бөгөн был процедураны 513 мең кеше үткән. Бөтәһе 31 авгусҡа тиклем 1,1 миллион кеше ревакцинация яһатырға тейеш тип планлаштырылған.

– Ревакцинацияны дәүләт хеҙмәткәрҙәре әүҙем эшләтә башланы. Һуңғы аҙнала иң күбеһе Хөкүмәт аппараты, Финанс һәм Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы хеҙмәткәрҙәре был процедураны үткән, – тине Азат Рәхмәтуллин.

Коронавирустан вакцинация ла дауам итә. Бөгөнгә ҡарата уның ике компонентын да был ғәмәлде башҡарырға тейеш булғандарҙың 101,2 проценты алған. Бөтә райондар ҙа 80 процентлыҡ сикте үтәгән. 47 районда күрһәткес – 100 процент, 16 районда 80-дән 90 процентҡа тиклем.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бөтәһенә лә өлгө күрһәтеп, үҙе коронавирустан ревакцинация үтергә ҡарар иткән.

– Райондарҙа был эш башланды, рәхмәт. Мин үҙем дә ревакцинация үтергә булдым, – тине ул.

Фото: Р. Хәбировтың шәхси сәхифәһенән. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: