Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
24 Май 2022, 19:30

Табип һәм пациенттар – бер волейбол майҙанында

Турнирҙың маҡсаты изге – трансплантация мәсьәләһенә йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп итеү.

Табип һәм пациенттар – бер  волейбол  майҙанында
Табип һәм пациенттар – бер волейбол майҙанында

Башҡортостан дәүләт медицина университеты базаһында үткән үҙенсәлекле турнир табиптарҙы һәм улар һауыҡтырып аяҡҡа баҫтырған пациенттарҙы бер майҙанға йыйҙы.

Сараны тантаналы асыуҙа университет ректоры Валентин Павлов, физик культура кафедраһы мөдире Руслан Ғәйнуллин, кафедра мөдире, танылған хирург Мәжит Нартайлаков, Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының баш табибы Шамил Булатов, нефрология пациенттарының төбәк-ара “НЕФРО-ЛИГА” йәмәғәт ойошмаһы президенты Юрий Кандалов, Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының трансплантология буйынса профилле комитеты ағзаһы, Башҡортостандың штаттан тыш баш белгес-трансплантологы Рифат Нуриәхмәтов, Башҡортостан волейбол федерацияһының башҡарма директоры Сергей Кирпичников һәм башҡалар ҡатнашты.

"Табиптарҙы, ағзаларҙы күсереп ултыртып, ғүмерҙәрен һаҡлап алып ҡалған пациенттары менән бер майҙанда күреү шатлыҡлы. Йыл һайын ағзаларҙы күсереп ултыртыу һөҙөмтәһендә табиптар меңәрләгән кешенең ғүмерен ҡотҡара. Шуға күрә был йүнәлеш медицинала бик мөһим һәм ҡәҙерле. Бөтәгеҙгә лә уңыштар, һаулыҡ теләйем! Әйҙә, иң көслөләр еңһен!" – тине Валентин Николаевич сәләмләү һүҙендә.

Ярышта дүрт команда ҡатнашты: Башҡортостан дәүләт медицина университеты, Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы, 21-се ҡала дауаханаһы, Республика кардиология үҙәгенән. Һәр команда составында трансплантация үткәргән пациенттар йәки донор ағзаларын көткән ауырыуҙар ҡатнашты. Беренсе урынды - Ғ. Ҡыуатов исемендәге клиник дауахана, икенсене 21-се ҡала дауаханаһы спортсылары яуланы. Еңеүселәргә кубоктар һәм миҙалдар тапшырылды.

Турнирҙың маҡсаты – күптәрҙең ғүмерен ҡотҡарған трансплантация мәсьәләһенә йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп итеү.

Фото: Башҡортостан дәүләт медицина университеты сайты.

Табип һәм пациенттар – бер  волейбол  майҙанында
Табип һәм пациенттар – бер волейбол майҙанында
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: