Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
25 Май 2022, 09:00

Ҡарағай тубырсығынан ҡайнатма ҡайнатып ҡал!

Ошо мәлдә ҡарағай тубырсыҡтарын йыйырға өлгөрөп ҡалығыҙ! Унан эшләгән ҡайнатма күп ауырыуҙарға дауа, мәҫәлән...

Ҡарағай тубырсығынан ҡайнатма ҡайнатып ҡал!
Ҡарағай тубырсығынан ҡайнатма ҡайнатып ҡал!

Ылыҫлы ағастарҙың, бигерәк тә ҡарағайҙың тын юлдары сире менән яфаланыусылар өсөн ни тиклем файҙалы икәнен яҡшы беләбеҙ. Юҡҡамы ни күп шифаханалар янында ҡарағай ағастары ултырталар. Ә бит ҡарағай бөрөһөн йәки әле генә бөрөләнеп килгән йәш тубырсыҡтарҙы үҙебеҙгә лә йыйып алырға һәм унан бик күп төрлө шифалы дарыу, ҡайнатма эшләргә мөмкин. Әле ҡарағай бөрөһөн йыйыу өсөн иң уңайлы мәл. Был осорҙа улар сайырлы, йәбешкәк, йәшел генә һәм хуш еҫле була һәм, тәбиғи, шифалы матдәләре иң ныҡ тупланғын сағы. Бөрөләрҙе йәки яңы ғына тумарланып килгән тубырсыҡтарын бирсәткә кейеп, ҡайсы менән ҡырҡып алығыҙ, сөнки ҡулға йәбешкән сайыр тиҙ генә йыуылмай.

Ҡарағай тубырсығынан ҡайнатма эшләү өсөн уның бармаҡ башындай ғына йәш тубырсыҡтарын 2 килограмм йыябыҙ. 2 литр һыуҙа ярты сәғәт тирәһе ҡайнатҡас, 2 килограмм шәкәр ҡомо өҫтәп, бөтәһе 2 сәғәт талғын утта ҡайнатырға кәрәк. Аҙаҡ уны банкаларға һалып, һыуытҡыста һаҡлағыҙ. Ҡышҡы һыуыҡтарҙа һалҡын алдырғанда, йүтәлләгәндә был ҡайнатма бигерәк тә файҙалы һәм шифалы. Уны шулай уҡ төрлө үлән сәйҙәре менән ҡушып эсергә лә мөмкин. Әйткәндәй, сит илдәрҙә булғанда ҡарағай тубырсығына бал һалынған ҡайнатманы ауыҙ итергә тура килде. Тимәк, һеҙ ҙә шулай уҡ ҡарағай тубырсығына бер аҙ бал һалып ҡулланып ҡарарға ла мөмкин.
Ә бына ҡарағай бөрөһөн күптәр бронхиттан дауаланыу өсөн ҡуллана. Бер ярты араҡыға йәки спиртҡа 8 дана ҡарағай бөрөһөн һалып, уны өс аҙна самаһы ҡараңғы урынға ултыртырға кәрәк. Аҙаҡ уны һөҙөп алып, иртәнсәк ас ҡарынға өс балғалаҡ эсергә тәҡдим ителә. Дауаланыу бер ай тирәһе бара. Шулай уҡ ныҡ сәсәп китеүселәргә, йүтәлдән яфаланыусыларға ла уны ҡулланыу рөхсәт ителә.
 
Ҡарағай бөрөләре менән элегерәк хатта туберкулез сирен дә дауалағандар. Һәр халыҡ дауаһын ҡулланыр алдынан уға ҡарата аллергияғыҙ юҡмы икәнлеген тикшерегеҙ. Шулай уҡ табип менән дә кәңәшләшергә онотмағыҙ.
 
Фото:edimdoma.ru
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: