Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
25 Май 2022, 13:15

Донъяла коронавирус сире арта, ә беҙҙә?

Ни өсөн поликлиникаларҙа “Спутник Лайт” юҡ? Ҡасан килтереләсәк? Ниндәй вакциналар бар?

Донъяла коронавирус сире арта, ә беҙҙә?
Донъяла коронавирус сире арта, ә беҙҙә?

Һаулыҡ һаҡлау министрлығында үткән брифингта “Роспотребнадзор”ҙың Башҡортостан буйынса  идаралығы етәксеһе урынбаҫары Галина Пермина әйтеүенсә,  донъяла коронавирус инфекцияһы таралыуын дауам итә.  Рәсәйҙә хәл тотороҡло, ауырыуҙар һаны түбән. Әммә коллектив иммунитеттың кәмеүе хәүеф тыуҙыра, тип билдәләне етәксе. Коронавирустың миҙгелгә хас респиратор сиренә әүерелеүе һәм көҙгә әйләнеп ҡайтыуы бик ихтимал.

Инфекциянан ҡотолоуҙың бер юлы – коллектив иммунитет. Сиргә иммунитеты булған кешеләр һаны ни тиклем күберәк,  ул шунса көсһөҙләнә һәм  аҙыраҡ мутациялана. Әлеге ваҡытта республикала коллектив иммунитет 36,1 процент тәшкил итә, сөнки ревакцинация аҡрын бара.  Етәксе шулай уҡ халыҡ араһында йыш осраған һорауҙарға яуап бирҙе.

Ни өсөн вакцина яһатыу 100 процент тәшкил итеүенә ҡарамаҫтан, коллектив иммунитет түбән һуң? Был ревакцинацияның аҡрын темпта барыуы менән бәйлеме?

 Етәксенең аңлатыуынса, “коллектив иммунитет – бер тапҡыр 100 процентҡа өлгәшеү етерлек булған дәүмәл түгел”. Иммунитетты тейешле кимәлдә тотоу өсөн ярты йыл һайын ревакцинация үтергә кәрәк.

 

Ни өсөн поликлиникаларҙа “Спутник Лайт” юҡ? Ҡасан килтереләсәк?  Ниндәй вакциналар бар?

Яҡын арала “Спутник Лайт” көтөлмәй. Ул тиҙерәк иммунитет булдырыу маҡсаты менән етештерелгәйне. Республикала вакцина запасы бар, әле ревакцинация булған вакциналар менән яһала. Эпидемия сиге юғары түгел,  шулай булғас, ике компонентлы вакцина яһатыу отошлораҡ.

Республикаға яңы коронавирус инфекцияһын иҫкәртеү өсөн  2 983 758 доза вакцина килтерелгән. Прививка яһатыуҙы тулыһынса тамамлағандар һаны – 2 517 098. Һуңғы тәүлектә 11 меңдән ашыу кеше  вакцина ҡаҙатҡан. 12 йәштән 18 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр араһында ла прививка яһатыу дауам итә.

Брифингта шулай уҡ талпандарҙан һаҡланыу ҡағиҙәләре ҡаралды. Бөгөн медицина ойошмаларына талпан ҡаҙалған 2 643 кеше мөрәжәғәт иткән, шул иҫәптән, 985 бала. “Роспотребнадзор” идараһы сайтында бөтә лабораторияларҙың эш графигы  бар.

 

Фото: Bash.News

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: