Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
25 Май 2022, 14:30

Йөрәк сирлеләргә ҙур ярҙам

Яңы проектҡа ярашлы,  йөрәк сирлеләргә  медицина ҡорамалдары тапшырылды.

Йөрәк сирлеләргә ҙур ярҙам
Йөрәк сирлеләргә ҙур ярҙам

Башҡортостанда  хроник йөрәк сирлеләрҙе дистанциянан тороп күҙәтеү пилот проектын тормошҡа ашырыу башланды.

Проектҡа ярашлы, медицина ҡорамалдары ярҙамында  пациенттарҙы күҙәтеү ойоштороласаҡ, ғүмергә хәүеф янаған билдәләр үҫеше асыҡланасаҡ һәм ваҡытында ярҙам күрһәтеләсәк. Пациенттар юғары технологиялы дауа алыу өсөн  медицина учреждениеларына оҙатыласаҡ.

 Проект өсөн ҡорамалды алырға Дәүләт Думаһы депутаты Наталья Орлова, ”Берҙәм Рәсәй” партияһы һәм “Добромир” хәйриә фонды  ярҙам иткән. Яңыраҡ йөрәк сирлеләргә ҡорамалдар тапшырылды. Был мөһим сарала  Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Рөстәм Әхмәҙинуров, Республика кардиология үҙәгенең баш  табип урынбаҫары Евгений Ермолаев һәм башҡа медицина ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты.

 Ҡорамалдарҙы беренсе булып Өфө ҡалаһының 5-се дауаханаһы алды. Проект Өфө, Нефтекама, Октябрьский һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларының медицина ойошмаларында тормошҡа ашырыласаҡ.  Күҙәтеүҙе Республика кардиология үҙәгенең йөрәк-ҡан тамырҙары хәүефе менән идара итеү үҙәге алып бара.

 

Фото:Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: