Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
26 Май 2022, 23:00

Дарыу үләндәрен йыйыр мәл етә

Ҡандала үләненең, күк сәскәнең ниндәй сирҙәрҙән шәп дауа икәнен беләһегеҙме?

Дарыу үләндәрен йыйыр мәл етә
Дарыу үләндәрен йыйыр мәл етә

Июндә үләндәрҙең тылсымлы көсөнә ышаныусылар һәм уларҙы һынаусылар дарыу үләндәрен әүҙем йыя башлай. Был осор тотош йылға етерлек тәбиғи сеймал, хуш еҫле сәй, косметик саралар әҙерләү өсөн экологик яҡтан таҙа, шифалы гөлләмәләр туплау форсатын бирә. Йәйҙең тәүге айында башлыса япраҡ, үлән һәм сәскәләрҙе, шулай уҡ ҡайһы бер үҫемлектәрҙең тамырҙарын йыялар.

Мәҫәлән, ҡандала үләнен генә алайыҡ. Ул туғайҙарҙа, юл буйында, йорт тирәһендә үҫә. Ауыл хужалығында силос, сенаж культураһы сифатында ҡулланыла. Ҡандала үләне - баллы үҫемлек, уны бал ҡорттары ла бик ярата. Үләндәге кумарин тигән матдә тәмәке, шарап, сыр яһағанда файҙаланыла. Ҡандала үләне Рәсәйҙең бөтә төбәктәрендә лә осрай, Башҡортостандың Баймаҡ, Ейәнсура, Хәйбулла райондарында күпләп үҫә.

Халыҡ медицинаһында ҡандала үләнен тын алыу ағзалары, ашҡаҙан-эсәк юлы, бөйөр һәм бәүел ҡыуығы ауырыуҙарын, гипертонияны, атеросклерозды дауалағанда, баш ауыртҡанда, имеҙеүсе әсәләрҙең һөт күләмен арттырыу өсөн дә ҡулланалар. Шулай уҡ ҡандала үләненән эшләнгән препараттар быуындар шешеүен, яраларҙы, елһенеүҙәрҙе, фурункулдарҙы дауалау өсөн файҙаланыла.

Июндең икенсе яртыһында күк сәскәнең япраҡтарын һәм сәскәләрен йыя башлайҙар. Бер үҙенсәлеге бар: сәскәнең зәңгәр төҫөн һаҡлау өсөн, уларҙы яҡшы елләтелгән ҡараңғы бинала киптерәләр. Япраҡтарын иһә ҡәҙимге тәртиптә киптерергә мөмкин. Уларҙы, ғәҙәттә, яраларҙы, елһенеүҙәрҙе уңалтыу өсөн ҡулланалар. Сәскәһе бәүел ҡыуыу һәм үт ҡыуыу препараттарын әҙерләү өсөн кәрәк.

Фото: shkolazhizni.ru

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас в