Өфөнән 38 йәшлек ҡатын яман шеш менән сирләй. Ул химия терапияһы үткән аралағы тәнәфестә районда йәшәгән ата-әсәһенә ҡунаҡҡа ҡайта. 2021 йылдың октябрендә - тыуған яғында саҡта - уның теш ҡаҙнаһында эренле периостит башлана. Был сирҙе ваҡытында дауаларға уйлап, ҡатын урындағы шәхси теш клиникаһына мөрәжәғәт итә.
Һәм тап ошонда ҡатын яман хәлгә тарый ҙа инде: стоматолог нишатыр спиртын дезинфекция сараһы менән бутап, ҡатындың ауыҙына ҡоя.
"Ҡапыл тын алыуы ауырлашты, яман еҫ, уртымдың ныҡ янғанын һәм көслө ауыртыу тойҙом, - тип иҫләй ҡатын. - Мин шыйыҡсаны шунда уҡ кире төкөрҙөм, күҙҙән йәш атылып сыҡты. Табип тәүҙә ни булғанын аңламай торҙо, бер аҙҙан һуң ғына, кем бында нишатыр спиртын ҡуйҙы, тип ҡысҡырып ебәрҙе..."
Ҡатындың ауыҙы, ирене ныҡ яна, тамағына ашай алмай, етмәһә, химия терапияһына һуңлай, шунлыҡтан ул дауаның һөҙөмтәһе булмай тиерлек. Ә шәхси клиникала табиптың яңылышлығы сәбәпле ҡатындың ошо яман хәлгә тарыуын танырға теләмәйҙәр.
Хәл-ваҡиға буйынса эш асылған.
Текст, фото сығанағы: "Моя Уфа", amelmedical.com.ua