Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
27 Май 2022, 12:25

Баҡса еләге – “йәшлек емеше”

angarsk.ogorodnik24.ru
Фото:angarsk.ogorodnik24.ru

Хуш еҫле еләк тәмле лә, витаминдарға ла бай. Авитаминоз, ҡан баҫымын яйға һалыуға, атеросклероз сирҙәрен дауалауға булышлыҡ итә. Борон-борондан уны аҙ ҡанлылыҡтан интеккәндә лә ҡулланғандар.

Көн һайын еләк ашаған кешенең иммун системаһы нығына, ҡыш һалҡын тейеүҙән интекмәй. Өҫтәүенә, унда йод күп. Көнөнә 150 – 200 грамм еләк ашаһағыҙ, ҡалҡан биҙе эшмәкәрлеге яҡшырыр, организмығыҙҙа йод артыр.

Әйткәндәй, 200 грамм баҡса еләгендә 60 калория ғына. Унда 1-2 грамм аҡһым, 14 грамм углевод, 28 грамм кальций, 0,8 грамм тимер, 20 грамм магний, 38 грамм фосфор, 54 грамм калий, 113,4 грамм С витамины, 35.4 микрограмм фолий кислотаһы һәм 54 грамм А витамины бар. Баҡса еләген “йәшлек емеше” тип тә йөрөтәләр, сөнки ул кешене йәшәртеүгә һәләтле. Ундағы В, Е төркөмөнә ингән витаминдар бит тиреһен алһыуландыра, йәшәртә. Бынан тыш, еләк ашағандан һуң организмда “бәхет гормоны” эшләнеп сығып, кешенең кәйефе күтәрелә.

Еләктең үҙе генә түгел, япраҡтары ла организм өсөн бик файҙалы. Элек-электән уларҙан сәй әҙерләп эскәндәр. Бының өсөн япраҡтарҙы август – сентябрь айҙарында йыйырға кәрәк. Уларҙы башта йыуырға, аҙаҡ ҡағыҙ тартмаға һалып йәки ҡояш төшмәй торған ергә йәйеп ҡуйып киптерергә кәңәш ителә.

Әммә шул хаҡта онотмағыҙ: еләк файҙалы булһын өсөн уны көнөнә 400 грамдан (1 – 2 стакан) күберәк ашамаҫҡа кәңәш ителә. Балаларға ла саманы белеү мөһим, юғиһә аллергия сығыуы бар. Тимәк, еләк тәмле генә түгел, хәүефле лә. Бигерәк тә ашҡаҙан-эсәк юлдары сирләгәндә һаҡ булырға кәрәк.

Диетолог Анна Ивашкевич аллергиянан яфаланғандарға еләк-емеште һайлап ашарға кәңәш итә. Мәҫәлән, ҡайын һәм ер еләктәренең көслө аллерген икәнлеген хәтерҙән сығарырға ярамай.

Емеш-еләкте бутҡаға, сырға, салатҡа ҡушып ашарға мөмкин. Диетолог киске табынға ер еләге менән ҡурай еләгенән салат тәҡдим итә. Уның фекеренсә, был рацион ябығыуға ла булышлыҡ итә икән.

Ҡып-ҡыҙыл, һутлы еләкте йыш ашау тырнаҡтарҙы яҡшырта, тигән фекерҙә белгестәр. Тағы баҡса еләген косметологияла ҡулланалар: уны лосьонға һәм скрабҡа ҡушалар, битлек эшләйҙәр, сөнки тирене яҡшырта, шымарта, ваҡ йыйырсыҡтарҙы кәметеүгә булышлыҡ итә.

Баҡса еләген супермаркеттарҙа йыл әйләнәһенә һаталар, әммә ул үҙ миҙгелендә күпкә файҙалыраҡ. Экологик йәһәттән таҙа ерҙә үҫтерелгән һутлы, татлы еләк һаулыҡ өсөн яҡшы икәнлеген онотмайыҡ һәм быйыл йәй уны күпләп йыяйыҡ, ҡайнатма, ҡаҡ әҙерләйек. Хозур тәбиғәтебеҙ хазинаһы бит ул.

Айһылыу НИЗАМОВА 

Читайте нас: