“Сәләмәт республика - сәләмәт төбәк” акцияһы барышында 28 147 кеше ҡабул ителгән һәм 11 153 тикшереү үткәрелгән. 1 403 граждандың ҡанында – глюкоза, 1 571 кешелә – холестерин кимәле, 2 134 пациентта ҡан баҫымы юғарылығы асыҡланған. Акция бөтә райондарҙы ла солғаясаҡ, ауыл халҡы белгестәрҙән консультация аласаҡ, уларға тәүге медицина ярҙамы күрһәтеләсәк.
Ниндәйҙер сиргә шик тыуған пациенттарҙың барыһы лә контролгә алынған, дауалауға йәки диагнозды асыҡлау өсөн клиникаларға ебәрелгән. Тикшереү үтеү өсөн 450 кеше Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһына, 96 кеше – дауаланыу, 48 кеше коронароангиография үтеү өсөн Республика кардиология үҙәгенә ебәрелгән.
Бригадалар эштәрен алты районда графикка ярашлы алып бара.
Өфө маршруты эшен Өфө районында тамамлай (30 майҙа Октябрьский ауылында, 31 майҙа Николаевкала, 2 июндә Миловкала);
Дыуан маршруты эшен Балаҡатай районында дауам итә (1 июндә Иҫке Балаҡатайҙа һәм Шакарлыла, 1-3 июндә Биләндә);
Нефтекама маршруты эшен Балтас районында башлай (30 майҙа Иҫке Балтаста, 1 июндә Түбәнге Һикеяҙҙа, 2 июндә Көндәшлелә, 3 июндә Уразайҙа);
Октябрьский маршруты Туймазы районында эш башлай (1 июндә Ҡандрала);
Стәрлетамаҡ маршруты Мәләүез районында эш башлай (1 июндә Корнеевкала, 3 июндә Нордовкала);
Белорет маршруты Әбйәлил районында эшен дауам итә (31 майҙа Ҡыҙыл Башҡортостанда, 2 июндә Амангилделә).
Бөтәһе 26 мобиль бригада эшләй, 156 белгес йәлеп ителгән. Расписание һәм маршруттарҙы ошо һылтанма буйынса ҡарай алаһығыҙ: https://health.bashkortostan.ru/activity/27005/
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.