Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
29 Май 2022, 21:00

Май миндеге - иң шифалыһы

Ҡайын, имән, йүкә. ерек, мышар, кесерткән миндектәренең ҡайһыһы ниндәй сирҙәрҙән дауа? Барыһы хаҡында - яҙмала.

Май миндеге - иң шифалыһы
Май миндеге - иң шифалыһы

Халыҡта “май миндеге - иң шифалыһы” тигән инаныу йәшәй. Тимәк, уны иҫкесә июнь башланғансы әҙерләр кәрәк. Ҡайын миндеген бер аҙ һуңыраҡ та мөмкин, ул саҡта япраҡтары нығыраҡ, тығыҙыраҡ була.

Ҡайын миндеге быуындар ауыртыуынан, ауыр эштән һуң һыҙланғанда бигерәк тә файҙалы. Ул тирене таҙарта, кешене тынысландыра, кәйефте күтәрә. Яңы йәш япраҡтан бәйләнгән миндектең еҫе бар мунсаға тарала, бөтөн тәнеңде сихәтләндерә. Уны бешергән һыу менән сайҡатһаң, сәс нығына, ҡауаҡ бөтә, тиҙәр.

Имән миндеге тире майлы булғанда бигерәк тә файҙалы. Ул сыбыртмаларҙы бөтөрә, биткә матур төҫ бирә. Ҡайһы бер тире ауырыуҙарын дауалау, аяҡ тирләүен кәметеү өсөн файҙаланыла. Имән миндеге көс бирә, тип тә әйтәләр.

Йүкә миндеге баш ауыртыуын бөтөрә, бөйөр эшмәкәрлеген яҡшыртыуға һәләтле, яҡшы тирләтә, тынысландыра. Ул ҡыш айырыуса файҙалы: тәндән һыуыҡты ҡыуа, ҡаҡырыҡты сығара.

Шулай уҡ ерек, мышар, кесерткән миндектәре лә бәйләйҙәр. Һуңғыһын бил ауыртҡанда, тән һыҙлағанда дауа итеп ҡулланалар. Кесерткән миндеген ҡайнар һыуҙа саҡ ҡына бешекләп алалар ҙа елпетеп, еңелсә генә сабыналар.

Миндеккә мәтрүшкә, ҡарағат һәм муйыл япраҡтарын да ҡушып ебәрергә мөмкин. Ҡышҡы һыуыҡта улар тәнегеҙгә сихәт, шифа ғына биреп ҡалмаҫ, ә мунсағыҙ йәйге мәлде хәтерләтеп, тәмле еҫтәргә күмелер.

Миндекте ҡояш төшмәгән, еләҫ, һауа инеп торған урында тотоу файҙалы сифаттарының яҡшыраҡ һаҡланыуына булышлыҡ итә.

Йәй көнө, һис шикһеҙ, яңы бәйләнгән миндек менән сабыныу файҙалы, уларҙа витаминдар, файҙалы матдәләр, фитонцидтар күп була. Берәүҙәре тынысландыра, ярһыуҙы баҫа, йоҡоно яйға һала, икенселәре, киреһенсә, тәнде "уятып" ебәрә, көс-дәрт өҫтәй. Үҙегеҙгә нимәнең нисек йоғонто яһағанын күҙәтеп, ҡышҡылыҡҡа әҙерләп ҡуйыу яҡшы.

Әйткәндәй, быйыл шифалы ямғырҙар күп яуғанға күрә, ағас япраҡтары һутлы һәм йомшаҡ. 

Фото: stroimbaniu.ru
Автор:Карима Усманова
Читайте нас в