Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
30 Май 2022, 07:00

40 минут йәйәү йөрөү биш йыл ғүмер өҫтәй

Бының өсөн түбәндә яҡшы 10 сәбәп бар.

40 минут йәйәү йөрөү биш йыл ғүмер өҫтәй
40 минут йәйәү йөрөү биш йыл ғүмер өҫтәй

Йәйәү йөрөү күңел төшөнкөлөгөнән, насар кәйефтән ҡотолорға ярҙам итә. Атлағанда умыртҡа бағанаһы, янбаш-бот һөйәгенең массаһы нығына. Был, үҙ сиратында, остеопорозды иҫкәртә. Сәләмәт тормош алып барғандар араһында, көн һайын 40 минут тирәһе йәйәү йөрөү кеше ғүмерен биш йылға оҙайта, тигән фекер нығынған. Табиптар ҙа уның һөҙөмтәле икәнлеген белдерә.

Шулай итеп, көн һайын йәйәү йөрөү өсөн түбәндәге яҡшы 10 сәбәп бар:

  1. Саф һауала йәйәү йөрөү кәйефте күтәрә;
  2. Хроник сирҙәр һаны кәмей;
  3. Ҡан тамырҙарының варикоз киңәйеүен иҫкәртә;
  4. Тәндең һығылмалы булыуына йоғонто яһай;
  5. Көстө һәм энергияны арттыра;
  6. Быуындарҙың һыҙланыуын кәметә;
  7. Онкологик һәм башҡа сирҙәрҙе булдырмаҫҡа булышлыҡ итә;
  8. Иммунитетты нығыта;
  9. Тыныс йоҡларға ярҙам итә;
  10. Ғүмер оҙайлылығын арттыра.

Фото: fb.ru

 

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: