Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
30 Май 2022, 01:00

Һинең организмың нисек эшләй?

Кеше организмында сәғәт таңғы 6-ға тиклем бәхет гормоны СЕРОТОНИН эшләп сығарыла. Артабан...

Һинең организмың нисек эшләй?
Һинең организмың нисек эшләй?

Кеше организмындағы гормондарҙың да "графигы" бар икән:

⏱ Сәғәт 6-ға тиклем бәхет гормоны СЕРОТОНИН эшләп сығарыла.

⏱6:00 — КОРТИЗОЛ кимәле күтәрелә - был гормон организмды уяныуға әҙерләй. Логик фекерләү шәп эшләйа, көндө планлаштыррыға була.

⏱7:00 — МЕЛАТОНИН эшләп сығарыу туҡтай. Башҡаса йоҡлауҙың мәғәнәһе юҡ, йоҡоноң файҙаһы нулгә төшә.

⏱8:00 — Мускулдар өсөн яуап биргән СТЕРОИДтар эшкә тотона. Спорт менән шөғөлләнеү өсөн ҡулай мәл. 

⏱10:00 — 14:00 — хәтер, иғтибарлылыҡ өсөн яуап биргән нейрогормон ДГЭА иң юғары кимәлгә күтәрелгән осор. 

⏱14:00 — 16:00 — ныҡ йоҡо килгән мәл - 20 минут серем итеп аллырға мөмкин. СОМАТОТРОПИН гормонының юғары кимәлдә булған ваҡыты.  Ул үҫеү өсөн яуап бирә, шуға йоҡонан торғас, тәнде яҙып алыр кәрәк.

⏱17:00 — КОРТИЗОЛ кәмей башлай. Мөһим ҡарарҙар ҡабул итмәй торор кәрәк. Спорт менән шөғөлләнмәгеҙ, мускулдарға көс бармай.

⏱21:00 — МЕЛАТОНИН эшләп сығарыла башлай. Тән температураһы төшә, йылы түшәккә ятырға һәм йоҡоға тарта.

Фото: kakprosto.ru

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас в