Башҡортостанда коронавирус сикләүҙәре юҡҡа сығарыла. Был турала бөгөн Республикаға идара итеү үҙәгендә үткән Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә билдәле булды.
Башҡортостан Башлығының Социаль коммуникациялар буйынса идаралығы начальнигы Елена Прочаковская билдәләүенсә, социаль селтәрҙәргә күпләп мөрәжәғәттәр килгән. Ата-әсәләр коронавирус сикләүҙәре арҡаһында мәктәптәрҙә һәм балалар баҡсаларында үткән сараларҙа ҡатнаша алмай.
“Роспотребнадзор”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Анна Казак белдереүенсә, әле республикала коронавирус буйынса хәл тотороҡло, үҫеш ҙур түгел һәм сикләүҙәрҙе алыу әллә ниндәй хәүеф тыуҙырмай.
Ошоларға таянып Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙенең Хакимиәте етәксеһе Максим Забелинға коронавирус сикләүҙәрен алыу тураһында указ әҙерләргә ҡушты.
Фото: news.myseldon.com