Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
31 Май 2022, 20:15

Йәй имен үтһен

Табиптар әйтеүенсә, ваба сирен иҫкәртеү буйынса һаҡлыҡ саралары бөгөн дә кәрәк.

Йәй имен үтһен
Йәй имен үтһен

Һаулыҡ һаҡлау министрлығында коронавирус инфекцияһы таралыуын иҫкәртеү мәсьәләләренә арналған брифингта һуңғы тәүлектә 94 кешенең хәүефле сирҙе йоҡторғаны билдәле булды. Әле республика стационарҙарында 114 пациент  дауалана, 22-һе ауыр хәлдә. Амбулатор шарттарҙа дауаланғандар һаны – 512.

Тәүлек эсендә 9 433 кеше тест үткән һәм 13 354 граждан вакцина яһатҡан. Шулай уҡ 12 йәштән 17-гә тиклемге үҫмерҙәрҙе прививкалау дауам итә.

Брифингта халыҡты борсоған ҡайһы бер һорауҙарға яуап бирелде. Республикала ваба (холера) сире осраҡтары юҡмы? Табиптарҙың әйтеүенсә, уны иҫкәртеү буйынса һаҡлыҡ саралары кәрәк. Айырыуса Африка илдәренә сәйәхәт ҡылырға уйлағандар һаулығын хәстәрләргә тейеш. Ғөмүмән, хәүефле сир осраҡтары республикала 2008 йылдан алып теркәлгәне юҡ. Ул саҡта сир сит илдән индерелгән булған. Вабаның таралыуы өсөн хәүефле осор – июль, август айҙары.

Брифингта ҡатнашыусылар йәйге осор башланыу менән асыҡ тәҙрәләрҙән балаларҙың осоп төшөп имгәнеүҙәрен, бәхетһеҙлек осраҡтарын булдырмау ҡағиҙәләрен дә иҫкә төшөрҙө. Улар ябай, әммә бик мөһим: сабыйҙарҙың яңғыҙын ҡалдырмау; һаҡлыҡ сараларынан тыш, москит селтәрен файҙаланмау; тәҙрә эргәләренә ултырғыс һәм башҡа йыһаздарҙы урынлаштырмау; балаға ни өсөн тәҙрә тупһаһына менергә ярамағанын аңлатыу.

Йәй – күңелле  ял, каникулдар осоро. Сәйәхәттәргә балаларығыҙ менән бергә йыйынғанда үҙегеҙ менән кәрәкле булыуы ихтимал дарыуҙарҙы, медицина изделиеларын алырға онотмағыҙ, тип иҫкәртә белгестәр. Бинт, лейкопластырь, жгут, йоғошһоҙландырыу саралары, абсорбенттар – шулар иҫәбендә.

Фото: vitus.org.ru

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: