Гәзитебеҙҙең яҡын дуҫы Баймаҡ районынан Гөлгөнә Байегетова яҙ мәле етеү менән мотлаҡ йәшел һуған менән йомортҡанан бөйөрөктәр бешерә икән. Бик тәмле бит, ти ул һәм үҙенең рецебы менән уртаҡлаша.
"Алабыҙ: 2 стакан йылы һыу, 2 йомортҡа, 2 аш ҡалағы шәкәр ҡомо, 1 тулы булмаған аш ҡалағы тоҙ, 1-2 сәй ҡалағы ҡоро сүпрә (йәки 1 пакетик), ярты стакан көнбағыш майы, ондо иләп самалап ҡушып йомшаҡ ҡамыр баҫырға, (он 800-900 гр. китә) Әҙер ҡамырҙы 40 минут ваҡытҡа һыуытҡысҡа ҡуйып торорға.
6-10 йомортҡаны бетәүләй көйө бешереп, әрсеп, иҙеп, самалап тоҙ, ҡара борос, бер-нисә аш ҡалағы көнбағыш майы йәки майонез ҡушып болғарға. Бөйөрөктәрҙе мин һуңғы осор фәҡәт духовкала бешерәм, шулай уҡ майҙа табала ла ҡыҙҙырырға мөмкин, әлбиттә. Пирожкиләр эшләп, йәбештергән яғы менән аҫҡа һалып, противендә теҙеп сығып бешереп алырға (һәр кем үҙенең духовкаһына ҡарап бешерә. ( минең 15-20 минут эсендә бешә)", - тип яҙа ул үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә.
Әйҙәгеҙ, һеҙ ҙә тәмле бөйөрөктәр бешереп ҡарағыҙ. Бәлки үҙегеҙ ҙә рецептарығыҙ менән уртаҡлашырһығыҙ.
Сығанаҡ һәм фото: Гөлгөнә Байегетованының "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.