“Роспотребнадзор” идаралығы етәксеһе Анна Казак Республикаға идара итеү үҙәгенән “Сәләм” эфирында барған тапшырыуҙа Башҡортостан биләмәһендә маймыл сәсәге сиренең күренеү ихтималлығын баһаланы. Ысынлап, ҡайһы бер илдәрҙә был хәүефле сирҙең таралыуы сер түгел, кешеләрҙең борсолоуы урынлы.
“Мин кешеләрҙе тынысландыра алам – республикабыҙҙа сир усаҡтары юҡ. Әммә сит илдәрҙән уны йоҡтороп алып ҡайтыу ихтималлығы бар, мәҫәлән, Африка дәүләттәренән. Шуға күрә беҙ туристарҙан уяулыҡтарын юғалтмауҙарын, һаҡ булыуҙарын һорайбыҙ. Сир көнкүрештә аралашыу барышында һәм эшкәртелмәгән итте туҡланыуҙа ҡулланғанда йоға. Әммә шул сәбәпле борсолоу әлегә урынһыҙ”, – тип белдерҙе Анна Казак.
Етәксе шулай уҡ “сәсәктең был төрөнә ҡаршы прививка яһатыу кәрәкмәй” тип билдәләне. Диагнозды бары лаборатор тикшеренеүҙәр нигеҙендә генә асыҡларға мөмкин, тейешле тест-системалар Рәсәйҙә теркәлгән. Эфир барышында эксперт ваба (холера) сирен йоҡтороу мәсьәләһенә лә ҡағылды. Республикала йыл һайын йәйге осорҙа һыуҙарҙа ваба вибриондарына лаборатор тикшереүҙәр уҙғарыла.
“Бөгөн ваба менән зарарланыу ҡурҡынысы юҡ, крандан аҡҡан һыуҙы ҡулланырға ярай. Шулай ҙа иҫкәртеү сараларын онотмағыҙ, ҡайнатылған һыу ғына эсегеҙ, ҡулдарығыҙҙы таҙа тотоғоҙ”, – тине табип.
Анна Казак сир кимәле буйынса имен булмаған сит илдәргә сәфәргә сыҡҡан кешеләргә прививка яһатырға тәҡдим итте. ”Әлеге ваҡытта ваба таралыуы өсөн сир усаҡтары юҡ, бары һаҡлыҡ сараларын үтәргә кәрәк”, – тип иҫкәртте барыбыҙҙы ла Анна Казак.
Фото: Zooinform.ru