Башҡортостан
-12 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
3 Июнь 2022, 21:45

26 мобиль комплекста 156 белгес ҡабул итәсәк

“Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы маршруты ниндәй йүнәлешкә сыға?

26 мобиль комплекста 156 белгес ҡабул итәсәк
26 мобиль комплекста 156 белгес ҡабул итәсәк

“Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы, Республика кардиология үҙәгенең Сәләмәтлек-диагностика үҙәктәре, күсеп йөрөшлө флюорография, маммография ҡоролмалары, фельдшер-акушерлыҡ пункттары ярҙамында Башҡортостанда уңышлы тормошҡа ашырыла. Сара төбәктең бөтә райондарында ла үтә.

Халыҡтың һаулығын тикшереүсе белгестәр бригадаларына терапевт, хирург, акушер-гинеколог, онколог, кардиолог, офтальмолог, уролог, невролог, теш табибы, эндокринолог һәм башҡа табиптар ингән.

Акция барышында ауыл халҡы белгестәр менән кәңәшләшә, медицина күҙәтәүе үтә, шулай уҡ тәү медицина ярҙамына өмөт итә ала. Бөгөнгө көндә акция башланғандан алып 34 744 кеше ҡаралған инде, шул иҫәптән 13 756-һы тикшерелгән, 9 274-е флюорография үткән, 4 482 кеше маммографта булған.

Шуныһын билдәләү мотлаҡ: был акция байтаҡ кешегә ваҡытында тикшереү үтергә, сирҙе асыҡларға һәм ҡайһы бер ауыр осраҡтарҙы иҫкәртергә ярҙам иткән. Атап әйткәндә, 1 652 кешенең ҡанында, мәҫәлән, глюкозаның артыҡ булыуы, 1 865 кешелә холестерин, 2 680 кешенең ҡан баҫымы юғарылығы, 1 746 кешелә һимереү хәүефе асыҡланған. Бынан тыш, 119 кешелә яман шеш барлыҡҡа килеү осрағы, 314 кешелә шәкәр диабеты, хатта ун кешелә туберкулез булыуы асыҡланған. Уларҙың һәммәһе артабан өҫтәмә тикшереү үтергә йүнәлтелгән һәм контролгә алынған. Шул иҫәптән Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһына – 105 кеше, Республика кардиология үҙәгенә 52 пациент йүнәтелгән.

Иң мөһиме - был акция артабан да дауам итә һәм уның сиктәрендә алты районда эш алып барыла.

Өфө маршруты 6 июндән һигеҙенә тиклем Иглин районының Аҡбирҙе ауылында, 9-10 июндә Иҫке Ләмәҙ ауылдарында эшләй.

Дыуан маршруты 6-7 июнь Белаҡатай районында эшләгәндән һуң 8-10 Мәсетле районында эш алып барасаҡ.

Нефтекама маршруты 6-10 июндә Борай районында.

Октябрь маршруты шул уҡ көндәрҙә – Туймазы районында.

Стәрлетамаҡ маршруты шул уҡ көндәрҙә Стәрлетамаҡ районы Наумовка һәм Оло Ҡуғанаҡ ауылдарында була.

Белорет маршруты 6-7 июндә Бөрйән районы Әбделмәмбәттә халыҡты ҡараһа, 8-9 июнь Байназарҙа, ә 10 июндә Яңы Монасип ауылында тикшерәсәк.

26 мобиль комплекста 156 белгес ҡабул итәсәк, тикшерелеү өсөн алдан яҙылырға кәрәкмәй, табиптар сират буйынса ҡабул итә.

Фото Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сығанаҡтарынан.

Автор:Рәмил МАНСУРОВ
Читайте нас в