Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
3 Июнь 2022, 15:10

“Атлауыңа ҡарап беләм...”

Хәрәкәттәр кешенең холоҡ-фиғеле, ғәҙәттәре хаҡында һөйләй.

одеон.груп
Фото:одеон.груп

Табиптар һәм ғалимдарҙың фекере бер: йәйәү йөрөү сәләмәтлек өсөн файҙалы. Улай ғына ла түгел, кешенең тышҡы ҡиәфәтенә йоғонто яһай, ҡан әйләнешен яҡшырта, арҡа торошона, бит тиреһенә, тәндең бөтә мускулдарына тәьҫир итә.

Һәр кемдең атлап йөрөшө үҙенә генә хас, хатта алыҫтан да кешене танырға мөмкин. Уның нисек хәрә­кәтләнеүенә ҡарап, холоҡ-фиғеле, ғәҙәттәре, сәләмәтлеге тураһында фекер йөрөтөп була. Ә йөрөштөң формалашыуына йоғонто яһаған шарттар байтаҡ. Мәҫәлән, генетика. Яҫы табанлылыҡ йыш ҡына балаға ата-әсәнән күсә. Тубыҡ быуында­рының формаһы үҙгәреүе шулай уҡ хәрәкәт итеүҙә сағыласаҡ. Хроник сирҙәр ҙә кешегә еңел атлап йөрөргә ирек бирмәй.

Ни тиклем кәүҙә ауырыраҡ, шунса яйыраҡ атларға тура килә. Ныҡ һимеҙҙәр алпан-толпан баҫып, аяҡтарын һөйрәп атлай. Йөрәккә көсөргәнеш төшкәнлектән, саҡ-саҡ тын ала.

Гел генә ултырыу, аҙ хәрәкәт­ләнеү көмөрәйеүгә килтерә. Был хәл йөрөгәндә лә һаҡлана. Генетиканан айырмалы, ғәҙәттәрҙе лә, йөрөштө лә үҙгәртеп була.

Балаларҙың организмы үҫеш­кән­дә уларҙа кальций һәм D витамины кимәленең етерлек булыуы кәрәк. Уларҙың етешмәүе аяҡтар формаһын үҙгәртә, дөйөм ҡиәфәткә йоғонто яһай. В12 витамины етеш­мәгәнлектән, нервы епсәләре зарарланыуы һөҙөмтәһендә тойоу­сан­лыҡ юғала. Аяҡтарҙы юғары күтәреп һәм иҙәнгә ныҡ баҫып атлау тап шуның һөҙөмтәһе булыуы мөмкин. Табандың сәнсеүе һәм хәрәкәтләнеүҙең боҙолоуы ла бар. Сколиоз, лордоз һәм башҡа ҡыйшайыу-тайпылыштар дөрөҫ атламауҙың сәбәбе лә, эҙемтәһе лә булыуы ихтимал. Кеше башын эйеп атлағанда арҡа көмөрәйә, ә кәүҙә ҙурыраҡ күренә.

Мускулдар балансы боҙолғанда тәндә ауыртыныу, көсөргәнеш барлыҡҡа килә. Шуға күрә күнегеү­ҙәр эшләргә кәрәк. Кәүҙә ауырлығы артыҡ булғандарға күтәрмәле аяҡ кейемдәрендә йөрөү зыянлы, уның варикоз барлыҡҡа килеүенә этәргес булыуы мөмкин. Тар һәм ҡыҫынҡы аяҡ кейеме лә мускул-ҡан тамырҙары эшмәкәрлеген, аяҡ табандары формаһын боҙа.

Көмөрәйеү ҡан һәм лимфа әйлә­нешен үҙгәртә. Һөҙөмтәлә бит туҡы­маһы туҡланыуы насарлана, тире төҫһөҙләнә, һыуһыҙлана, йыйыр­сыҡ­тар тиҙерәк барлыҡҡа килә. Умыртҡа бағанаһының муйын бү­леге торошона йөҙ һәм муйын тонусы бәйләнгән. Даими көсөргәнеш тойғанда улар ҡыҫыла, йөҙҙөң һы­ҙатланышы боҙола һәм йыйыр­сыҡтар барлыҡҡа килә. Кешенең йәшерәк йәки ҡартыраҡ күренеүе лә нисек атлауға бәйләнгән. Йөрө­гәндә арҡағыҙҙы тура тотоғоҙ, яурынығыҙ һәм башығыҙ хәрәкәт­ләнмәһен, ҡулдарығыҙҙы аяҡтар ат­лауына ярашлы һелтәргә тыры­шығыҙ, тип кәңәш бирә табиптар.

Психологик проблемалар шулай уҡ тышҡы ҡиәфәттә сағыла. Әгәр кеше нимәгәлер борсолһа, йәне көйһә, ҡағиҙә булараҡ, арҡаһы көмөрәйә, башы эйелә, атлауы ауырлаша. Оҙаҡ ултырып эшләү арҡаһында умыртҡа бағанаһы ҙур көсөргәнеш кисерә. Дөрөҫ атламау, йөрөштәге үҙгәрештәр күҙгә тиҙ салына. Сатанлау, тайышлыҡ, салыш аяҡлыҡ, аяҡтарҙы һөйрәп атлау, ваҡ аҙымдар менән хәрәкәт­ләнеү кешенең һын-килбәтен боҙа. Уларҙың сәбәптәрен асыҡларға теләһәгеҙ, травматолог-ортопедҡа кәңәшләшергә барығыҙ.

Динә АРЫҪЛАНОВА

Читайте нас: