Табип-остеопат, медицина фәндәре докторы Владимир Фролов ни өсөн ултырып эшләүҙең сәләмәтлек өсөн зыянлы булыуы тураһында “Радио 1” тапшырыуында һөйләне.
Белгес әйтеүенсә, һүҙ бында зифа һын тураһында түгел, оҙаҡ ваҡыт компьютер экранына текәлеп, хәрәкәтләнмәйенсә эшләүен дауам иткән кешенең эмоциональ һәм психик көсөргәнеш кисереүе хаҡында бара.
“Өҙлөкһөҙ рәүештә урындан тормай эшләү мускулдарҙың айырым төркөмөндә ҙур көсөргәнеш тыуҙыра, – тип иҫәпләй доктор. – Кеше ҙур күләмдәге мәғлүмәт, хәл ителмәгән мәсьәләләр менән осраша, ваҡыт ҡыҫынҡылығы хәлде киҫкенләштерә”. Табип раҫлауынса, быларҙың барыһы ла көсөргәнешле эмоциональ торошҡа килтерә һәм йомшаҡ туҡымаларға йоғонто яһай. Хатта был хәлдең невротик тайпылыштарға юлыҡтырыуы ихтимал. Тәндең ауыртыныуы, депрессия күҙәтелеүе, мускулдарҙа, тоташтырғыс туҡымала үҙгәрештәр барлыҡҡа килеүе ихтимал. ”Ҡайһы саҡта мускулдар тығыҙлана, ҡан йөрөшө боҙола”, – ти ул.
Бындай проблемаларҙы булдырмау өсөн еңелсә гимнастика яһау, буш ваҡытта спорт менән шөғөлләнеү, йөҙөү, скандинавтарса йөрөү бик файҙалы, тигән кәңәш бирә табип-остеопат.
Динә АРЫҪЛАНОВА