Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
3 Июнь 2022, 18:30

Табиптарыбыҙ Луганск халҡын дауалай

Беҙҙең өсөн ғәҙәти күренгән кардиограмма, УЗИ аппаратында тикшерелеү, рентген үтеү - Красный Луч  халҡы өсөн баһалап бөткөһөҙ ярҙам.

Табиптарыбыҙ Луганск халҡын дауалай
Табиптарыбыҙ Луганск халҡын дауалай

Башҡортостандың ҡырҡ медицина хеҙмәткәре бөгөн Донбасс тарафтарында ауыл-ҡалалар буйлап йөрөп, урындағы халыҡтың сәләмәтлеген тикшерә. Дүрт меңдән күберәк баланы ҡабул иткәндәр ҙә инде.

Офтальмолог Зарема Әлимғолова күҙгә диагностика яһап ҡына ҡалмай, уға психолог булырға ла тура килә. Һаулыҡ һаҡлау тармағында тиҫтә йыллыҡ эш тәжрибәһе туплаған табип Луганскиға вахта ысулы менән эшкә сығыу тәҡдимен икеләнеүһеҙ ҡабул итә.

Башҡортостан Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларына гуманитар ылауҙар оҙатыуҙан тыш, медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн тәжрибәле белгестәрен дә ебәрҙе. 23 табип, 17 медицина хеҙмәткәренән торған аҡ халатлылар десанты бер ай ошонда эшләйәсәк.

Һигеҙ йыл дауамында Украина режимы ҡыҫымында йәшәгән халыҡ сәләмәтлеген нығытыуға мохтаж. Красный Луч ҡалаһындағылар тиҫтә йылға яҡын бөтөнләй медицина тикшереүе үтмәгән. Башҡортостандан килтерелгән күсмә поликлиникаларҙа уларға заманса ярҙам күрһәтеү өсөн бөтә мөмкинлектәр ҙә бар. Беҙҙең өсөн ғәҙәти күренгән кардиограмма, УЗИ аппаратында тикшерелеү, рентген үтеү - Красный Луч халҡы өсөн баһалап бөткөһөҙ ярҙам.

Башҡортостан табиптарының Луганск халыҡ республикаһындағы вахтаһы тағы ла аҙна-ун көн дауам итәсәк. Был төркөм ҡайтыуға икенсе бригада ебәреләсәк. Теләк белдереүселәр етерлек. Бөгөн вахтала эшләгән биш-алты белгес тағы ла бер айға ҡалырға ниәтләй.

Фото: Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: