Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
3 Июнь 2022, 15:12

Йоҡонан тороу менән һыу эс

Был ҡандың ҡуйылығын кәметәсәк.

7sisters.ru
Фото:7sisters.ru

Инсульт һәм инфаркт тәүлектең ҡайһы осоронда йышыраҡ күҙәтелә? Кардиологтар был һорауға хәҙер тулы яуап бирә ала. Күп кенә хроник сирҙәрҙең үҙ режимы бар – киҫкенләшеү йыш ҡына билдәле сәғәттәрҙә башлана. Һәр хәлдә, сәләмәтлегеңә иғтибарлы булыу бер кемгә лә ҡамасауламаясаҡ.

Көҙ һәм яҙҙың гипертония, йөрәк сирҙәре менән яфалан­ғандар өсөн хәүефле булыуы билдәле. Кардиолог Светлана Мартынова әйтеүенсә, инфаркт йыш ҡына иртәнге сәғәт 6-нан 9-ға тиклемге ваҡыт арауығында һағалай, сөнки тап ошо мәлдә ҡан баҫымы күтәрелеүе һәм ҡан ҡуйырыуы билдәле.

Инсульт ҡан тамырҙары торошо менән бәйләнгән, ҡан ағышы яйлағанда, ҡанда липидтар артҡанда ошо хәлгә тарырға мөмкин. Был йыш ҡына иртәнге 4-6 сәғәттәр тирәһендә була. Шәкәр диабеты менән сирлеләр өсөн иң хәүефле мәл – сәғәт төнгө 1-ҙән 3-кә тиклемге осор, был мәлдә ҡандағы шәкәр кимәле түбәнәйә.

 Гипертония йоҡонан уянған осорҙа хәүефле. Иртәнге 6-10 сәғәттәр араһында өйәнәк башланыуы ихтимал, был мәлдә ҡан баҫымы көн дауамында иң юғарыһы иҫәпләнә.

Быуындар ауыртыуы, юғары ҡан баҫымы кеүек, уяныу менән киҫкенләшә. Респиратор сирҙәр йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыу­ҙары үҫеше хәүефен арттыра, шуға күрә йыл да киҙеүҙән прививка яһатыу хәйерле. Инфаркт һәм гипертония өйәнәктәре йыл­дың һалҡын миҙгелендә йыш күҙәтелә. Артрит та ҡышҡыһын йышыраҡ борсой. Һауа темпе­ратураһының түбәнәйеүе баш мейеһендәге ҡан әйләнешен боҙоуы ихтимал. Көҙ һәм ҡыш диабет менән яфаланған кеше­ләр өсөн дә хәүефле.

Хроник сирҙәре булғандарға кардиологтар шундай кәңәш бирә: һеҙҙең өсөн иртәнге 8-се яртыла йоҡонан тороу иң яҡшы­һы. Уяныу менән ҡапыл ырғып тормағыҙ, ашыҡмай, яйлап хәрәкәтләнеү һәйбәтерәк. Шунда уҡ бер стакан һыу эсегеҙ, ул ҡандың ҡуйылығын кәметәсәк.

Күнегеүҙәрҙе 16 сәғәттән 18 сәғәткә тиклемге ваҡыт арауы­ғында эшләгеҙ. Тән темпе­ратураһы көндөң төрлө мәлендә төрлөсә була. Кеше уянып, хәрәкәтләнә башлау менән матдәләр алмашыныуы әүҙем­ләшә, шуның менән бергә тән температураһы күтәрелә.

Динә АРЫҪЛАНОВА

Читайте нас: