Урман-ҡырҙарыбыҙ ҙа шифалы үҫемлектәргә ифрат бай. Андыҙ үләне үҫмәгән баҡса ла хәҙер һирәктер. Халыҡ элек-электән был үҫемлектең дауалау үҙенсәлектәре тураһында яҡшы белгән, бер-береһенән алып үҫтергән һәм уңышлы ҡулланған.
Андыҙ тамырының күп сирҙәргә ҡаршы шифаһы барлығы менән бергә ҡулланырға ярамаған осраҡтары ла күп - быны ла инҡар итергә ярамай.
Уның тамырын йылына ике тапҡыр йыялар: яҙ һәм көҙ. Дарыу өсөн файҙаланам тиһәң, үҫемлек ике йыллыҡ булырға тейеш. Япраҡтарын да ҡулланырға мөмкин, тик уларҙың дауалау көсө әҙерәк.
Ҡайһы ваҡытта андыҙ тамырын ҡулланырға мөмкин?
Ул организмға комплекслы тәьҫир итә. Андыҙ тамыры - тәбиғи антиоксидант, күҙәнәктәрҙең структураһы үҙгәреүен тотҡарлай.
Андыҙ төнәтмәһе ҡанды шыйығайтҡанлыҡтан, ҡатын-ҡыҙҙың күремен нормаға һала. Ирҙәрҙең потенцияһын күтәрә.
Холецистит, панкреатит, бауыр сирҙәре, геморрой, цистит, простатит менән сирлеләрҙе һауыҡтырыуҙа уңышлы ҡулланыла. Быуындар һыҙлауын баҫа. Һыуыҡ тейҙереп ауырығанда йүтәлде еңелләштерә, лайланы сығарырға ярҙам итә. Тәмәкеселәрҙең ҡурылдайын, йәғни үпкә көпшәһен таҙарта.
Андыҙҙағы инулин эсәктәрҙең эшмәкәрлеген әүҙемләштерә. Ашҡаҙан-эсәк юлында сәләмәт микрофлора булдырырға, холестерин һәм глюкоза күләмен төшөрөргә, липид алмашыныуын нормаға һалырға булышлыҡ итә.
Андыҙ тире ауырыуҙарынан да килешә. Уны тыштан сирле урынға ышҡып һөртөргә кәрәк. Артрит, артроз һәм остеохондроз булғанда майын йәки төнәтмәһен һөртөргә була.
Ул шулай уҡ паразиттарға ҡаршы көрәшеү үҙенсәлегенә эйә - ҡанды токсиндарҙан таҙарта.
Ярамаған осрағы ла бар! Етди йөрәк-ҡан тамырҙары сирлеләргә, бөйөр, ҡайһы бер гинекологик ауырыуҙарҙа (андыҙ ҡан ағышын көсәйтә), ауырлы, бала имеҙгән ҡатындарға уны ҡулланыу кәңәш ителмәй. Был дарыу үләне ҡанды шыйығайта, шунлыҡтан ҡайһы бер дарыуҙар (антикогулянттар) менән бергә ҡулланыу зыянлы. Үҫемлек ҡан баҫымын төшөргәнлектән, гипотония менән яфаланғандарға ла тыйыла. Шулай уҡ был үҫемлектән аллергия бармы-юҡмы икәнлеген дә алдан белеү зарур.
Андыҙ тамырынан төнәтмә нисек яһала? Бер стакан һыуға бер балғалаҡ тамыр һалып, һүлпән утта бер-ике минут ҡайнатырға лә бер сәғәттәй төнәтергә, һуңынан уны һөҙөргә. Ошо күләмдәге шыйыҡсаны, ике-өскә бүлеп, көн буйына ашарҙан ярты сәғәт алдан эсергә кәрәк. Дауаланыу ваҡыты - бер ай. Бер аҙна ял иткәс, тағы ҡабатларға мөмкин.
Тире ауырыуҙары булғанда шулай уҡ әҙерләнгән төнәтмәне тыштан һөртөргә лә мөмкин.
Фото:2sotki.ru