Коронавирус буйынса һуңғы яңылыҡтар тураһында Республикаға идара итеү үҙәгендә үткән Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин һөйләне.
Ниһайәт, коронавирус пандемияһы ныҡлап кәмей башланы, ә инфекцияның таралыу коэффициенты түбән кимәлдә ҡала. Һуңғы 30 көндә республикала ковид менән сирләү 67 процентҡа кәмегән. Шул уҡ ваҡытта һуңғы аҙнала ғына биш процентҡа артыу теркәлгән.
Айрат Рәхмәтуллин белдереүенсә, һуңғы тәүлектә сирҙең 83 осрағы теркәлгән. 425 кеше амбулатор дауалана, 134 пациент дауаханаларҙа ята. Йоғошло сирҙәр госпиталдәрендә 530 урын әҙерләнгән, әле уларҙың 20 проценты буш. Дөйөм алғанда, республикала 289095 кешегә был диагноз ҡуйылған, уларҙың 283837-е тулыһынса һауыҡҡан.
Министр белдереүенсә, бөтә райондар ҙа 80 процентлы вакцинациялау кимәленә еткән. Башҡортостан был күрһәткес буйынса Рәсәйҙә беренсе урында.
Фото: pulse.mail.ru