Байрам һәм ял көндәрендә – 11, 12, 13 июндә, Ҡала көнөнә һәм Рәсәй көнөнә арналған тантаналы саралар үткәрелеүгә бәйле, махсус, шул иҫәптән юғары технологиялы, яңы коронавирус инфекциялы пациенттарға стационар шарттарҙа медицина ярҙамы күрһәткән бүлексәләр тәүлек әйләнәһенә эшләйәсәк.
Ял көндәрендә халыҡты стационар дауалау өсөн резерв урындар ҡаралған, күрһәткестәргә ярашлы ваҡытында ашығыс һәм планлы медицина ярҙамы ла күрһәтеләсәк, бының өсөн дарыу препараттары һаҡламы етерлек күләмдә тупланған. Халыҡҡа ашығыс медицина ярҙамы ла ҡаралған. Шулай уҡ ашығыс медицина ярҙамы бригадаһы, травматология пункттары һәм ҡабул итеү-диагностика бүлексәләре, медицина ойошмаларының дежур хеҙмәттәре эшенә контроль көсәйтеләсәк.
Амбулатория-поликлиника профилле һәм структуралы бүлексәләр эше түбәндәгесә ойоштороласаҡ:
– 11 июндә шәмбе графигы буйынса – 08.00 – 17.00 сәғәттәрҙә, кисектергеһеҙ саҡырыуҙар буйынса 16.00 сәғәткә тиклем ҡабул итеү алып барыласаҡ;
– 12 июнь – байрам көнө;
– 13 июндә шәмбе графигы буйынса – 08.00 – 17.00 сәғәттәрҙә, кисектергеһеҙ саҡырыуҙар буйынса 16.00 сәғәткә тиклем ҡабул итеү алып барыласаҡ.
Башҡортостанда халыҡҡа, шул иҫәптән стационар дауаланыуҙан һуң “COVID-19“ яңы коронавирус инфекцияһына ҡаршы прививка эшләү режимы:
– 11, 13 июндә – 08.00 – 17.00 сәғәттәрҙә;
– фельдшер-акушерлыҡ пункттарында, шул иҫәптән мобиль, ауыл табип амбулаторияларында һәм участка дауаханаларында медицина ойошмаһының баш табибы раҫлаған эш графигы буйынса;
– 12 июндә (мохтажлыҡ булғанда) – 10.00 – 15.00 сәғәттәрҙә.
11, 13 июндә табип рецептары буйынса исемлектәге дарыу препараттарын, махсус аҙыҡтарҙы һәм медицина әйберҙәрен график буйынса биреү тәьмин ителәсәк.
Фото: tulapressa.ru