Болануттан (иван-чай) әҙерләнгән сәйҙе күптәр яратып ҡуллана. Ә уны һәр кем үҙе лә әҙерләй ала. Быйыл ямғырҙар күп яуғас, урман-туғайҙарҙа болануттар күкрәп сәскә атып ултыра.
Боланут (урыҫса – иван-чай, кипрей) тураһында белмәгәндәр бик һирәктер, моғайын. Ул бөтә ерҙә лә тиерлек үҫә. Бейек, ҡуйы һәм сәскәләре баҙыҡ булғанлыҡтан, әллә ҡайҙан күренеп ултыра. Болануттан сәй яһайым тиһәң, бер ниндәй ауырлығы ла юҡ – барыһы ла өй шарттарында эшләнә. Өс-дүрт көнөңдө сарыф итһәң, ғаиләңә ике-өс йылға етерлек итеп әҙерләп алырға мөмкин.
Боланутта һаулыҡ өсөн мөһим витаминдар, аминокислоталар күп. Унан яһалған сәйҙең кешене тынысландырыуы, хәүеф тойғоһонан арындырыуы, арыуҙы баҫыуы, баш мейеһе эшмәкәрлеген яйға һалыуы, хәтерҙе яҡшыртыуы, иммунитетты көсәйтеүе, тән температураһын һәм ҡан баҫымын төшөрөүе, вирустарҙы үлтереүе һәм башҡа күп йәһәттән шифалы булыуы мәғлүм. Был үҫемлек менән дауаланыуҙы кардиологтар ҙа, дерматологтар ҙа, гинекологтар ҙа, неврологтар ҙа, гастроэнтерологтар ҙа кәңәш итеүе мөмкин. Ул ирҙәргә лә, ҡатындарға ла, балаларға ла файҙалы.
Боланутты йыйыуға йәй башынан уҡ тотонорға була һәм көҙгә хәтлем, үҫемлек сәскә атыуҙан туҡтағансы, мамыҡланғансы, дауам итергә ярай. Ныҡ иртә алынғаны ферментлауға бармай, шулай ҙа ҡайһы бер дарыуҙарҙы эшләгәндә тап шундайы кәрәк.
Аяҙ көндә, ысыҡ кипкәс, әммә ҡояш ҡыҙҙырырға керешкәнсе, йыйыу хәйерле. Сәбәбе ябай ғына: әгәр үләндә һыу тамсылары ҡалған булһа, ул киптергәндә боҙола; ә инде эҫе мәлдә йыйылғанының, өйгә алып ҡайтып еткергәнсе үк ҡороп, сифаты боҙолоуы бар.
Кәмендә метр ярым бейеклектәге болануттарҙы һайлайһың, унан да ҡыҫҡалары үҫә торһон. Сәскә атып өлгөрмәгәндәре файҙалыраҡ, тиҙәр. Әлбиттә, сәй яһау өсөн был үҫемлектең сәскәһе лә, олоно ла түгел, өҫкө япраҡтары ғына кәрәк.
Һул ҡул менән болануттың башын ҡыҫып тотаһың да уңы менән япраҡтарын олондоң уртаһына тиклем һыпырып төшөрәһең. Тишкеләнгән, остары ҡыуарған, бысранғандары бармай – йәшелдәрен, матурҙарын ғына йыяһың. Бер килограмм сәйгә сама менән биш килограмм сеймал талап ителә.
Мөһим иҫкәрмә: япраҡтарҙы йыуырға ярамай, сөнки тәме лә, ҡайһы бер файҙалы матдәләре лә юғаласаҡ. Шуға ла боланут саңһыҙ, таҙа урындан йыйыла.
Өйгә алып ҡайтҡас, япраҡтарҙы күләгәле урында киндер туҡыма өҫтөнә йәйеп һалаһың. Бүлмә тынсыу булмаһын, бер аҙ һауа инеп торһон. Иң яҡшыһы – ихата, ҡыйыҡ аҫты. Тик япраҡтарға ямғыр теймәһен, ҡояш нуры тура төшмәһен, елгә осоп та китмәһендәр.
Үләнде һауытта йәки тоҡта оҙаҡ тоторға ярамай, юғиһә яна башлай, тәме насарая. Шуға мөмкин тиклем тиҙерәк йәйегеҙ. Йәймәнең ҡалынлығы алты сантиметрҙан артмаһын. Бик йоҡа ла булмаһын, сөнки, ныҡ кипһә, япраҡтар сәйгә бармай.
Ошо килеш боланут кәмендә биш сәғәт ятырға тейеш. Әлбиттә, ваҡыттың күпме үтеүе түгел, ә япраҡтарҙың дымы аҙайып йомшарыуы мөһим. Улар ҙур, яҫы икән, һулығансы бер тәүлек кәрәгеүе лә бар.
Йәймәне ҡул менән әүеш-теүеш килтереп тороу һәйбәт. Әгәр япраҡтар йомшарған, ҡаты булып кипмәгән һәм тәмле генә еҫе сыға башлаған икән, тимәк, барыһы ла шартына ярашлы.
Ҡайһы бер кешеләр шулай итә: боланутты тәбиғи материалдан яһалған туҡымаға йоҡа итеп йәйә лә бер яҡ ситенән тығыҙ итеп төрә башлай. Ахырҙа туҡыманың тышына үләндең һуты һарҡып сыға. Был ысул менән япраҡтарҙы йомшартыуға 10 – 15 минутта өлгәшергә мөмкин.
Иң күп көстө һәм ваҡытты алған был эш япраҡтарҙың күҙәнәктәр структураһын боҙоу өсөн эшләнә. Иҙгеләнгәс, үләндең һуты һығылып сыға, ул иһә ферментлау өсөн мөһим.
Төрлө ысулдар бар. Кемдер япраҡтарҙы ике ус араһында ыуа, икенселәр өҫтәлгә һалып, ҡамыр һымаҡ иҙгесләй, ҡайһы берәүҙәр ит тартҡыс аша үткәрә. Әҙер тип иҫәпләр өсөн боланут, һуты күп сығып, ҡулға ныҡ йәбешә башларға тейеш. Ҡарайғансы әүәләйһең дә һалып тораһың. Ғөмүмән, ыуыуҙы, балаларҙы ла эшкә йәлеп итеп, күңелле итеп башҡарырға мөмкин.
Ит тартҡыс аша үткәргән хәлдә биш килограмм сеймалды 10 – 15 минутта эшкәртеп алыуы бер ни түгел, тик кипкәндән һуң бындай сәй ныҡ ваҡлана, саң кеүек була. Сәйнүктә бешергәндән һуң, сынаяҡтарға ҡойор алдынан иләк менән һөҙөп торорға тура килеүе бар. Ә сифатына килгәндә, ул шул уҡ килеш һаҡлана.
Бынан һуң әлеге иҙелгән япраҡтарҙы, быяла йәки эмалләнгән һауытҡа ауҙарып, ҡараңғы һәм йылы урынға ферментларға ҡуйырға мөмкин. Ағас һауыт табылһа, тағы ла яҡшыраҡ. Шуныһы мөһим: һауыт эсендәге иҙмәнең бейеклеге 20 сантиметрҙан артмаһын. Уны, өҫтөнә берәй ауыр нәмә һалып, баҫырып ҡуйырға һәм еүеш туҡыма менән ябырға ҡушалар.
Тағы бер ысул бар. Һулытылған боланутты ике тигеҙ өлөшкә бүләһең. Береһе һут һығыу ҡорамалы аша үткәрелә, икенсеһе керамик һауытҡа һалына. Артабан икәүһен бергә ҡушып, бутайһың. Өҫтөнә ауыр нәмә һалып, һауытты полиэтилен менән һауа үтмәҫлек итеп ябаһың да ҡараңғы һәм йылы урында тәүлек ярым тотаһың.
Был эшкә инде кешенең ҡыҫылышы юҡ. Һут менән кислород ҡатнашып, реакция башлана, унда япраҡтарҙа йәшәгән микроорганизмдар ҙа ҡушылып, әсеү процесы китә. Сәй ҡарая, үлән еҫе сәскә еҫенә оҡшаңҡырап үҙгәрә.
Болануттан йәшел, ҡыҙыл йәки ҡара сәй эшләргә мөмкин. Әгәр ферментлағанда һауыт эсендә биш – алты сәғәт кенә ятһа, хуш еҫле, йомшаҡ йәшел сәй килеп сыға. Оҙағыраҡ итһәң, ҡыҙыл була. Еҫе аңҡып тормаған, әммә ҡаты ҡара сәй алам тиһәң, 36 сәғәт буйы тоторға кәрәк.
Ферментланыу процесын юғары эҫелек менән туҡтаталар. Ғәҙәттә, ҡыҙыу суйын табаға һалып, ағас ҡалаҡ (тимер ҡалаҡ ярамай) менән болғатып, 40 минутҡа тиклем ҡыҙҙыралар. Газ плитәһенең мейесен 100 градусҡаса йылытып, ҡапҡасын асып ҡуйып, шунда болғатып киптерергә лә ярай.
Аҙаҡ сәй асыҡ һауала өс-дүрт көн кибә. Ямғыр яумаһа, ҡыҙыу ҡояшҡа күрһәтеп һалырға мөмкин, япма аҫтында ятһа ла була. Бөжәктәр ҡунып, бысратмаһын тиһәгеҙ, өҫтөн тәбиғи материалдан яһалған йоҡа туҡыма менән ябығыҙ. Өйөгөҙҙә махсус киптереү ҡорамалы булһа, уның менән эшләгәндә эҫелеге 70 градустан артмаһын. Ваҡыт-ваҡыт буташтырып торорға тырышығыҙ, күгәреп ҡуймаһын.
Боланутты кипкәндән һуң ҡоро табала ҡыҙҙырып алыусылар бар. Улай иткәндә сәй бик тәмле, хуш еҫле була. Юғары сифатлы һинд сәйе ары торһон! Йәнә бер өҫтөнлөгө – магазиндан алынған ҡара сәй кеүек теште ҡарайтмауы. Тик ҡыҙҙырғандан һуң боланутта файҙалы матдәләр аҙыраҡ ҡалалыр, әлбиттә.
Әҙер сәйҙе ҡараңғы, ҡоро, йылы урында һаҡларға кәңәш ителә. Аш-һыу бүлмәһендә тотмау хәйерле, юғиһә икенсе еҫтәрҙе һеңдереүе бар. Оҙағыраҡ ятҡан һайын сәйҙең сифаты арта, хатта берәй ай үткәс үк еҫенең дә, төҫөнөң дә, тәменең дә яҡшырыуын тойорһоғоҙ.
Фото: Мавлиза Юламанова.