Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
7 Июнь 2022, 13:00

“Халыҡтың көткәнен беләм”

 "Яҡын арала Стәрлебаш, Ейәнсура, Ауырғазы, Тәтешле райондарында яңы капиталь фельдшер-акушерлыҡ пункттарын асасаҡбыҙ. Биналар төҙөлгән, ҡорамалдар ҡуйылған..."

“Халыҡтың  көткәнен беләм”
“Халыҡтың көткәнен беләм”

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге  яңылыҡтар менән уртаҡлашҡан.

“Беҙ республикабыҙ халҡы тәүге медицина ярҙамын алһын өсөн  медицина учреждениелары селтәрен  киңәйтеүҙе дауам итәбеҙ. Яҡын арала Стәрлебаш, Ейәнсура, Ауырғазы, Тәтешле райондарында яңы капиталь фельдшер-акушерлыҡ пункттарын асасаҡбыҙ. Биналар төҙөлгән, ҡорамалдар ҡуйылған. Лицензиялар алырға  ғына ҡалды.

 Быйыл йәй Бөрөләге поликлиниканы  тапшырырға тейешбеҙ. Көҙөн Илеш районының Дөмәй ауылында һәм Туймазы районының Иҫке Туймазы ауылында ике табиплыҡ амбулаторияһын асыуҙы планлаштырабыҙ. Өфөнөң Затон биҫтәһендә поликлиника  һәм Баймаҡта балалар  поликлиникаһы төҙөү дауам итә.

Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышында ике медицина учреждениеһы төҙөлә – Дыуан районының Мәсәғүт ауылында балалар поликлиникаһы һәм Мәсетле районының Оло Ыҡтамаҡ ауылында ашығыс ярҙам станцияһы менән бергә дауахана. Киләһе йыл беҙ уларҙы файҙаланыуға тапшырасаҡбыҙ. Бөтә объекттар ҙа кәрәк, мөһим. Уларҙы халыҡтың ныҡ көткөнен беләм.  Билдәләнгән ваҡытҡа объекттарҙы төҙөп өлгөртөү өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ.

 Бөтәгеҙгә лә һаулыҡ теләйем!”

Фото:VK.com

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: