Башҡортостан
-24 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар

Конкурста ҡатнаша алаһың!

Ойоштороусылар ун еңеүсене билдәләйәсәк, һәр береһенә ҡиммәтле бүләктәр тапшырыласаҡ.

Конкурста ҡатнаша алаһың!
Конкурста ҡатнаша алаһың!

Ошо йылдың 15 июленә тиклем “Бала табыу өсөн 100 сәбәп” тип аталған конкурсҡа һүрәттәр, постар, видеолар ҡабул ителә. Бәйгелә ҡатнашыусыларҙың йәше сикләнмәгән.

 Уны “Башҡортостан әсәләре”  коммерцияға ҡарамаған автономлы ойошмаһы Башҡортостан Башлығы грантына лайыҡ булған “Уйлап бала тап” проектына ярашлы   үткәрә.  Проект етәксеһе Йәмәғәт палатаһы ағзаһы, “Башҡортостан әсәләре” ойошмаһының күҙәтеү советы рәйесе Диана Фәрәхова. Ойоштороусылар ун еңеүсене билдәләйәсәк, һәр береһе ҡиммәтле бүләктәр аласаҡ.

Эштәрҙе [email protected] почтаһына йәки “Башҡортостан әсәләре” ойошмаһына https://vk.com/materirb ебәрергә була.

Конкурс эштәре өлгөһө менән танышырға мөмкин – https://:vk.com/wall-202856151_169

“Бала тап” проекты ҡатын-ҡыҙҙарҙың репродуктив һаулығын һаҡлауға, аборттарҙы булдырмауға йүнәлтелгән.

Фото:Funart. pro

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас в