Бауырҙың эшмәкәрлеген яҡшыртыу, әүҙемләштереү, таҙартыу буйынса дарыуҙар ҡулланыр алдынан, табип менән кәңәшләшкәндән һуң, түбәндәге сараларҙы үтәп ҡарағыҙ - файҙаһы күберәк булыр.
1. Тиҙҙән ҡарағат бешә. Сәй эскән саҡта яңы өҙөлгән ҡарағатты шәкәргә бутап ашау файҙалы. Әлбиттә, самаһын да белергә кәрәк.
2. Дегәнәк тамыры төнәтмәһен ҡулланыу ҙа һөҙөмтәле буласаҡ. Бының өсөн биш ҡалаҡ ваҡланған тамырҙы термосҡа һалып, өҫтөнә бер литр ҡайнар һыу ҡойоп, өҫтөн ҡаплап, 5-6 сәғәткә ултыртып торорға. Төнәтмәне көнөнә өс тапҡыр ашарҙан 30 минут алдан 1/3 стакан эсергә.
3. Гөлйемешле сәй эсеү ҙә файҙалы. Ярты-бер стакан емеште иҙеп, уға ике стакан ҡайнар һыу ҡойоп, яҡшылап болғатырға ла ҡулланырға, бер ҡалаҡ йүкә балы өҫтәп тә ебәрергә мөмкин. Был күләмде өскә бүлеп көн оҙоно эсергә кәрәк.
4. Ҡайындың йәш япраҡтарын бешекләп эсеү ҙә эске ағзаларға сихәт бирә. 150 грамм япраҡты өс стакан ҡайнаған йылы һыуҙа 3-4 сәғәт төнәтергә лә, һөҙөп, яртышар стаканлап ашарҙан 30 минут алда көнөнә ике тапҡыр эсергә.
Тәбиғәт биргән шифалы емеш-үләндәрҙе белеп, мәлендә ҡулланырға тырышайыҡ, сәләмәт булайыҡ, дуҫтар!
Фото:e-gardens.ru
.