Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
8 Июнь 2022, 09:30

Борайҙар, белмәй ҡалмағыҙ!

Табипҡа бер тапҡыр килгәндә флюорография, ультратауыш тикшереүе  үтергә, электрокардиограмма яһатырға, күҙ табибына, неврологҡа күренергә, вакцина эшләтергә мөмкин.

Борайҙар, белмәй ҡалмағыҙ!
Борайҙар, белмәй ҡалмағыҙ!

Был аҙнала “Сәләмәтлек поездары”  Борай тарафтарына юл алды. Әһәмиәтле сара “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы  ойошторола. Мобиль Сәләмәтлек үҙәктәре һәм табиптар бригадалары  “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһында әүҙем ҡатнаша. Күсмә поездарҙа  маммограф, флюорограф, фельдшер-акушерлыҡ пункттары ҡатнаша. Белгестәргә алдан яҙылыу кәрәкмәй, сират менән ҡабул итәсәктәр.

 Ҡабул итеү графигы түбәндәгесә:

8 июндә Вострецов ауылында сәғәт 9-ҙан 17 сәғәткә тиклем; 9-10 июндә Яңы Таҙларҙа сәғәт 9-ҙан 17 сәғәткә тиклем.

Үҙегеҙ менән паспорт, полис һәм СНИЛС алығыҙ. Йыл һайын үткәрелгән  “Сәләмәт республика-сәләмәт төбәк” акцияһы халыҡ араһында хроник сирҙәрҙе  иртә стадияла асыҡлау, дианостика ярҙамы күрһәтеү өсөн  ойошторолдо. Табипҡа бер тапҡыр күренгәндә флюорография, ультратауыш тикшереүе  үтергә, электрокардиограмма яһатырға, күҙ табибына, неврологҡа күренергә, вакцина эшләтергә мөмкин.

“Бик уңайлы. Район үҙәгенә барып тормай ғына квалификациялы белгестәргә күренеү һәм консультация алыу мөмкинлеге бар”, – тип тәьҫораттары менән бүлеште Ҡушманаҡ ауылында йәшәгән Рәниә Васикова.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, һаулыҡ һаҡлау тармағы алдында торған ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырырға кәрәк: хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен кәметеү, шулай уҡ яман шештәрҙән үлем күрһәткестәрен (100 мең кешегә 185 сир осрағына тиклем) аҙайтыу, сабыйҙар үлемен ҡыҫҡартыу (бер мең яңы тыуған сабыйға 4,5 промиллегә тиклем) һәм һәр кемдең тәүге медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлектәрен арттырыу.

Инновациялы медицина технологияларын, шул иҫәптән,   пациенттың сәләмәтлегенә иртә диагностика һәм дистанцион мониторинг системаһын индереү, тармаҡта берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә медицина ойошмаларының үҙ-ара берҙәм эшмәкәрлеге механизмдарын булдырыу – көн ҡаҙағындағы бурыстарҙың береһе.

 ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото:Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: