Сәләмәт булайыҡ
8 Июнь 2022, 16:45

Президент ҙур баһа бирҙе

Хөрмәтле аҡ халатлы ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙы награда алыуҙары менән ҡотлайбыҙ!

Президент ҙур баһа бирҙеПрезидент ҙур баһа бирҙе
Президент ҙур баһа бирҙе

Рәсәй Президенты Владимир Путин Башҡортостандың медицина  хеҙмәткәрҙәрен Почет грамоталары менән бүләкләне. Етәксенең ҡарары хоҡуҡи мәғлүмәттең рәсми интернет-порталында баҫылған.

Юғары һөнәри оҫталыҡтары, коронавирус инфекцияһы эпидемияһы осоронда медицина ярҙамы ойошторуҙа һәм күрһәтеүҙә ҡаҙаныштары өсөн Рәсәй Федерацияһы Президентының Почет грамотаһы менән  Өфөнөң 5-се дауаханаһы шәфҡәт туташы Минзәлә Батталова, 50-се поликлиниканың өлкән шәфҡәт туташы Рита Рәхимова һәм 8-се дауахана табибы Лариса Сайранова наградланды.

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас