Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
8 Июнь 2022, 10:00

Тәбиғәт биргән дауаны белеп файҙаланайыҡ

Яҡшы һөҙөмтәһе бик тиҙҙән ҡыуандырасаҡ...

Тәбиғәт биргән дауаны белеп файҙаланайыҡ
Тәбиғәт биргән дауаны белеп файҙаланайыҡ

Дегәнәктең дауалау үҙенсәлектәре тураһында күп яҙырға була. Уның тамыры ғына түгел, япрағы ла ифрат файҙалы.

Япраҡтары бактерияға ҡаршы тороу, яраларҙы уңалтыу үҙенсәлегенә эйә. Иртә яҙ һәм һуң көҙ йыйылған тамырының һуты организмды дөйөм нығытыуға һәм уның вирустарға ҡаршы тороуына булышлыҡ итә, иммунитетты күтәрә, организмдан шлактарҙы сығара, ҡандың составын яҡшырта.

Был үҫемлек бигерәк тә тәнгә шеш (фурункул, экзема) сыҡһа, тире ҡысып-ҡымырйып торһа уңышлы файҙаланыла. Бер ҡалаҡ ваҡланған япраҡты ике стакан һыуҙа ҡайнатып, тән бешмәҫлек хәлгә килгәнен көтөп, зарарланған тирене йыуырға була. Фурункул сыҡһа, япраҡтың аҡһыл яғын тирегә ябыу һәм шул уҡ ваҡытта тамырынан әҙерләнгән төнәтмә эсеү килешә. Ул былай яһала: ваҡланған бер ҡалаҡ тамырға бер стакан ҡайнар һыу ҡойола һәм термоста өс сәғәт төнәтелә, һөҙөлә һәм йылы килеш көнөнә биш тапҡыр берәр ҡалаҡ эселә.Ҡайнатып та әҙерләргә була: шулай уҡ бер ҡалаҡ тамырға бер стакан һыу ҡойоп 10 минут ҡайнатырға. Һыуынғас, һөҙөп, шәкәр диабеты сирлеләргә көнөнә өс тапҡыр берәр ҡалаҡ эсергә. Дегәнәк тамыры һутында инсулин бар.

Быуындар һыҙлағанда япрағының аҡһыл яғына үҫемлек майы йә бал һылап ауыртҡан урынға һалып тышынан йөн туҡыма менән нығытып ҡуйырға кәрәк. Компресты төнгә ҡарай өс аҙна буйына эшләү ыңғай һөҙөмтә бирә. Ревматизмды дауалағанда тамырынан яһалған төнәтмәне көнөнә 4-5 тапҡыр эсергә мөмкин. Шеш булғанда ла шулай уҡ 21 көн буйы тамыр төнәтмәһен ҡулланырға була.

Сәс ҡойолғанда, ҡауаҡлағанда шундай дауалау сараһы әҙерләйбеҙ: ике ҡалаҡ кипкән дегәнәк тамыры, ике ҡалаҡ ҡомалаҡ тубырсығы, бер ҡалаҡ ромашка сәскәһе йә календула алып, өҫтөнә ҡайнар һыу ҡоябыҙ һәм 10 минут ҡайнатабыҙ. Ошо төнәтмәне баш тиреһенә аҙнаһына ике тапҡыр һөртәбеҙ һәм сайып төшөрәбеҙ. Яҡшы һөҙөмтәһе бик тиҙҙән ҡыуандырасаҡ.

Фото:molodei.com

 

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: