Бөтә яңылыҡтар

Алты процентҡа артҡан

Башҡортостанда пульмонология буйынса лицензия алған медицина ойошмаларының һаны артҡан.

Алты процентҡа артҡан
Алты процентҡа артҡан

Республикала  биш ай эсендә, пульмонологик ярҙам күрһәткән ойошмаларҙың дөйөм һаны менән сағыштырғанда, пульмонология буйынса лицензиялы медицина ойошмаларының һаны алты процентҡа артҡан. 2022 йылда республиканың  Берҙәм реестрында теркәлгән ошо профилдәге 102 медицина ойошмаһына тағы ла алтау өҫтәлгән.

– Пульмонология буйынса лицензияларҙың Берҙәм реестрында бөтәһе 34 дәүләт һәм 68 шәхси милек формаһындағы медицина ойошмаһы иҫәпләнә, – тип һөйләне Һаулыҡ һаҡлау министрлығының лицензия бүлеге начальнигы Эльвира Тәхәүетдинова. Уның әйтеүе буйынса, әлеге ваҡытта үпкә  сирҙәренең  киҫкен тороуы халыҡтың экологик торошо насар булған ҙур ҡалаларҙа  күпләп йәшәүе, шулай уҡ яңы коронавирус инфекцияһы кисергәндән һуң үпкә патологияларының артыуы менән бәйле.

Медицина эшмәкәрлеге, шул иҫәптән пульмонология буйынса лицензияны оператив алыуға Һаулыҡ һаҡлау министрлығының лицензия биреү бүлегенең төрлө яҡлап ярҙамлашыуы булышлыҡ итә. Ошо маҡсат менән консультация биреү һәм методик ярҙам күрһәтеү буйынса «ҡыҙыу бәйләнеш» ойошторолған. Лицензия биреү тураһында бөтә мәғлүмәтте Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының рәсми сайтында табырға була.

Әлеге ваҡытта медицина эшмәкәрлегенә тәүге тапҡыр лицензия алыу өсөн 15 көн, ә ҡабаттан рәсмиләштереү өсөн 10 көн ваҡыт бирелә. Ғаризаларҙы Дәүләт хеҙмәтенең берҙәм федераль порталы аша электрон рәүештә тапшырыу һөҙөмтәһендә эш процесы тиҙләтеүгә өлгәшелде.

Фото: pravitelsnvorb.ru 

 

Автор:Алтынай  Солтанғужина
Читайте нас в