

“Сәләмәт республика - сәләмәт төбәк” акцияһы республика халҡына яҡшы таныш. Ул бөтә райондарҙа ла уҙасаҡ, ауыл халҡы белгестәрҙән консультация аласаҡ, медицина тикшереүе үтәсәк. Әлегә 40 954 кеше ҡабул ителгән.
1 744 граждандың ҡанында глюкоза, 2 126 кешелә – холестерин кимәле, 3 034 пациентта ҡан баҫымы юғарылығы асыҡланған. 1 975 кеше социаль әһәмиәтле сирҙәргә дусар, шул иҫәптән 1 496 кешелә йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре табылған, 157 кешелә яман шешкә, 16 кешелә туберкулезға, 333 кешелә шәкәр диабетына шик тыуған. Уларҙың бөтәһе лә яңынан ентекләп тикшереү, диагнозды асыҡлау йәки дауалау өсөн клиникаларға оҙатылған.
Бригадалар график буйынса алты районда эшләйәсәк:
Өфө маршруты Иглин районында эшен дауам итә (14-15 июндә Оло Тәләктә, 16-17 июндә Сыуаш-Ҡобауҙа);
Дыуан маршруты Мәсетле районында эшен дауам итә (14-20 июндә Түбәнге Бобинда);
Нефтекама маршруты Тәтешле районында эш башлай (14-15 июндә Шулғанда, 16-17 июндә Аҡсәйеттә);
Октябрьский маршруты Туймазы районында эшен тамамлай (14-15 июндә Түбәнге Троицкиҙа, 16-17 июндә Собханғолда);
Стәрлетамаҡ маршруты Стәрлетамаҡ районында эшен тамамлай (14-16 июндә Таласта, 16-17 июндә Бельское ауылында);
Белорет маршруты Бөрйән районында эшен тамамлай (14 июндә Ғәҙелгәрәйҙә, 16-17 июндә Иҫке Собханғолда).
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.