2021 йылда республикала яман шеш сире 2020 йыл менән сағыштырғанда 7,2 процентҡа артҡан, тип хәбәр итә БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы. Хәҙер был сир 100 мең кешегә иҫәпләгәндә 293,1 ауырыу тәшкил итә.
Һаулыҡ һаҡлау министрлығының отчетына ярашлы, онкология менән сирләү күрһәткесе республикала 100 мең кешегә иҫәпләгәндә 166,3-тән (Әбйәлил районы) 415,2-гә (Стәрлебаш районы) тиклем тирбәлә. Шулай уҡ Баймаҡ районында ла яман шеш сире кимәле башҡа райондар менән сағыштырғанда байтаҡҡа түбәнерәк (169,6).
Башҡортостанда һөт биҙе, үпкә, тире, туғын (ободочная кишка) эсәк, ирҙәрҙең енес биҙе, ашҡаҙан шештәре - иң киң таралған яман шеш төрҙәре. Онкология сиренә дусар ҡатын-ҡыҙҙың күпселеге (55,4 проценты) һөт биҙе яман шеше менән яфалана.
Фото: www.b17.ru/blog/106060/