Мария исемле ҡатын 30 аҙналыҡ йөклөлөк менән ауыр хәлдә Өфөләге 3-сө бала табыу йортона эләгә. Быға тиклем медицина тикшереүе үткәндә балаятҡыла шеш барлығын табиптар асыҡлаған була. Ул йыш ҡына медицина тикшереүе үткән. Йөклөлөк осоронда шеш ике тапҡырға үҫкән, шуға күрә ҡатын киҫкен ауыртыу тойған.
3-сө бала табыу йортоноң акушер-гинекологтары, неонатологтары, реаниматологтары һәм Башҡортостан дәүләт медицина университетының акушерлыҡ һәм гинекология кафедраһы хеҙмәткәрҙәре медицина фәндәре докторы, профессор Әлфиә Ящук етәкселегендә ҙур тырышлыҡ күрһәтеп, пациенттың йөклөлөгөн тейешле срокка еткерә ала. Табиптар даими рәүештә ҡатындың сәләмәтлеге торошон контролдә тота, балаятҡылағы шеште тикшереп тора. Ниһайәт, 3 июндә уға операция яһайҙар. 3,6 килограмм ауырлығында сәләмәт ҡыҙ бала донъяға килә. Белгестәр шунда уҡ балаятҡылағы шеште алыу өсөн операция яһарға тотона. Пациентты ауырлығы бер килограмдан ашҡан шештән уңышлы арындыралар.
Табиптарҙың әйтеүенсә, операция барышында пациенттың репродуктив ағзалары һаҡлап ҡалынған, был әсәнең сәләмәтлеге өсөн бик мөһим. Сабый ҙа, әсә лә үҙҙәрен яҡшы тоя, был – табиптарҙың сираттағы ҙур еңеүе.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.