Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
13 Июнь 2022, 08:00

Кәнфит һауытына – кипкән емештәр

Тәмле лә, файҙалы ла, сихәтле лә.

Кәнфит һауытына – кипкән емештәр
Кәнфит һауытына – кипкән емештәр

Тәм-том өсөн генә түгел, ҡайһы берҙә дарыу урынына ла кипкән емештәрҙе ҡулланырға була. Уларҙың һәр береһенең составын, ниндәй үҙенсәлеккә эйә икәнен белергә генә кәрәк.

Кипкән финик шоколад-кәнфитте бик уңышлы алмаштыра ала, сөнки ул шәрбәтле, тик калорияһы аҙ, ә күҙәнәклеге күп - улар үҙ сиратында эсәктәрҙе таҙарта. Финик иммунитетты күтәрә. Һыуыҡ үткәндә, анемияла, дистрофияла һәм депрессия ваҡытында ашарға тәҡдим ителә. Кәйеф оҙайлы ваҡыт насар, хәлһеҙлектән аяҡты саҡ һөйрәп йөрөгәндә лә финик ярҙамға килә ала, сөнки ул йәшәү өсөн мөһим матдәләр - кальций, тимер, калий, кадмий, баҡыр, кобальт, марганец, А, Р, С, В1, В2, В6 витаминдарына һәм бета-каротинға бик бай.

Күрәгә ҡан тамырҙарын киңәйтә һәм таҙарта. Унда магний күп булғанлыҡтан ҡан тамырҙарындағы спазмдарҙы бөтөрә, ҡан йөрөшөн яҡшырта. Был йөрәк һәм бөйөрҙөң хәл-торошона ла ыңғай тәьҫир итә, мейе лә туҡлыҡлы матдәгә байый, тимәк, хәтер яҡшыра, хәүеф тойғоһон бөтөрә, ҡанда гемоглобин кимәлен күтәрә. Бынан тыш, ул организмды С, В15 витаминдары, А провитамины, калий, тимер, фосфор матдәләре менән туйындыра.

Кипкән сливала (ҡара слива) күҙәнәклек, органик кислоталар һәм микроэлементтар – натрий, калий, кальций, фосфор, тимер күп. Улар ярҙамында кипкән слива матдәләр алмашыныуын яҡшырта, ҡан баҫымын нормалләштерә. Йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәрен иҫкәртеү маҡсатында ла уны ҡулланырға була.

Йөҙөмдө тиҙ ҡыҙып, ҡуҙғып барған кешеләргә ашау яҡшы - тынысландырыу сихәтенә эйә. Тик унда шәкәр күп, шуға сама белеп ҡулланырға кәңәш ителә. Шулай уҡ унда калий бик күп - был йөрәк-ҡан тамырҙары системаһын нығытыусы элемент. Кипкән емештә лә яңы өҙөлгән виноградтың файҙалы үҙенсәлектәре һаҡлана: В1, В2, В5 витаминдарына, тимер, бор, магний һәм башҡа микроэлементтарға бай. Былар берлектә йөрәктең, үпкәнең, ашҡаҙан-эсәк юлының, бөйөрҙәрҙең эшмәкәрлегенә ыңғай йоғонто яһай, анемиянан, дөйөм хәлһеҙлектән ҡотҡара.

Кипкән мүшмел (кизил) – бәүел һәм үт ҡыуҙырыу өсөн яҡшы сара. Ошо үҙенсәлеге арҡаһында ул сир ваҡытында организмды таҙартырға булышлыҡ итә ала. Диабет, подагра, ревматизм, аҙ ҡанлылыҡта, матдәләр алмашыныуы боҙолғанда ярҙам итә. Уны көньяҡ ҡурай еләге тип тә атайҙар – һыуыҡ үткәндә лә уңышлы ҡулланырға мөмкин. Кизилда органик кислоталар, С һәм Р витаминдары, А провитамины, эфир майы, тимер, калий, кальций, магний, көкөрт бар.

Кипкән инжир биттәргә алһыулыҡ өҫтәй. Ҡанды тимер менән байыта. Бынан тыш, калий, кальций, марганец, фосфор, йод, бром, көкөрт, А, С, В1, В2 витаминдары бар. Инжир ашҡаҙан-эсәк юлы эшмәкәрлеген көйләй, аппетитты яҡшырта. Бәүел ҡыуҙырыусы булараҡ, бөйөрҙәрҙе һауыҡтыра. Йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренә ҡаршы ла файҙаланырға була – ҡандағы ойошоуҙы яҙа, ҡан баҫымы күтәрелеүҙән һаҡлай, йөрәк ҡағышын яйға һала.

Кипкән сейәләге пектин эшмәкәрлеге арҡаһында организмдан химикаттар сығарыла. Сейә - яҡшы антисептик, һыуыҡ тейҙереп сирләгәндә ҡаҡырыҡты сығарыуҙы еңелләштерә. Ундағы йод склероз булдырмауҙы хәстәрләй. Микроэлементтар – калий, магний, А, С, РР витаминдары, органик кислоталар берлектә көҙән йыйырыуҙы бөтөрә, нервы системаһын тынысландыра. Тимер һәм баҡырҙың күп булыуы аҙ ҡанлылыҡтан дауалай.

Фото:1 zoom.ru

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: