Бөгөн Республикаға идара итеү үҙәгендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров оператив кәңәшмә уҙғарҙы. Унда төбәк һаулыҡ һаҡлау системаһының беренсел звеноһын яңыртыуҙы тикшерҙеләр.
Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин 2025 йылға тиклем Башҡортостанда 10 поликлиника, һигеҙ капиталь фельдшер-акушерлыҡ пункты, ике ауыл табип амбулаторияһы һәм ике үҙәк район дауаханаһы төҙөләсәген хәбәр итте. Ҡырмыҫҡалы һәм Баҡалы ауылдарында район поликлиникаларын төҙөкләндерәләр. Шулай уҡ тағы 34 райондың медицина ойошмаларында комплекслы ремонт үткәрелә. Бынан тыш, Башҡортостан ауылдарында 468 модулле конструкция – фельдшер-акушерлыҡ пункттары, амбулаториялар, дөйөм практика табибы офистары, участка дауаханалары ҡуйыласаҡ.
– Быйыл Саҡмағошта яңы поликлиника астыҡ. 2022 йылдың 1 июленә беренсе пациенттарҙы Стәрлебаш, Ейәнсура, Ауырғазы һәм Асҡын райондарында һигеҙ капиталь фельдшер-акушерлыҡ пункты ҡабул итә, – тип хәбәр итте Айрат Рәхмәтуллин. – Июлдә Бөрөлә балалар һәм өлкәндәр өсөн поликлиника, ә сентябрҙә Илеш районының Дөмәй һәм Туймазы районының Иҫке Туймазы ауылдарында табип амбулаторияларын төҙөүҙе тамамлайбыҙ. Өфөнөң Затон биҫтәһендә яңы поликлиниканы эске биҙәү эштәренә тотондолар. Ошо объектты тамамлау өсөн федераль резерв фондынан 225 миллион һум бүленде. Төҙөүселәр Затон поликлиникаһын 2022 йылдың декабрендә тапшырырға вәғәҙәләй. Баймаҡтағы балалар поликлиникаһын да ошондай уҡ ваҡытта сафҡа индерергә ниәтләйҙәр.
Башҡортостанда беренсел һаулыҡ һаҡлау звеноһының матди-техник базаһын яңыртыу дауам итә. 2022 йылда дауалау учреждениеларына дөйөм суммаһы 1,3 миллиард һумлыҡ 85 санитар машина һәм 1 536 берәмек ҡорамал ҡайтарыла. Улар иҫәбендә – бер компьютер томографияһы аппараты, 23 рентген аппараты, 15 флюорограф һәм 28 маммограф.
Башҡортостан Башлығы традицион, шул иҫәптән “Һаулыҡ һаҡлау сәғәте” форматындағы тематик кәңәшмәләрҙе уҙғарыуҙы тергеҙергә ҡушты.
– Коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәш буйынса беҙҙең оперштаб үҙ эшен дауам итә. Ләкин хәҙерге эпидемиологик хәл көнүҙәк тармаҡ мәсьәләләрен тикшереү өсөн ғәҙәти эш графигына кире ҡайтырға мөмкинлек бирә, – тине Радий Хәбиров. – Һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын яңыртыуға килгәндә, объекттарҙы тапшырыу ваҡытын ҡәтғи үтәү мөһим. Халыҡ был поликлиникаларҙың асылыуын күптән көтә.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.