Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
15 Июнь 2022, 11:00

Сабыйҙар ярҙамды тиҙерәк аласаҡ

Был исемлектә Башҡортостандың  Республика медик-генетик үҙәге лә бар...

Сабыйҙар  ярҙамды тиҙерәк аласаҡ
Сабыйҙар ярҙамды тиҙерәк аласаҡ

Рәсәйҙә киңәйтелгән неонаталь скрининг  алып барыусы медицина ойошмалары исемлеген раҫланылар. Был исемлектә Башҡортостандың  Республика медик-генетик үҙәге лә бар. Бөтәһе 11 дәүләт учреждениеһы  – Мәскәүҙәге – дүрт, Дондағы Ростов, Томск, Иркутск, Санкт-Петербург, Краснодар һәм Екатеринбург ҡалаларындағы берәр медицина ойошмаһы балалар өсөн киңәйтелгән скрининг үткәрәсәк.

Рәсәй Хөкүмәте ултырышында  сығыш яһап, Михаил Мишустин ауыр сирҙәргә иртә осорҙа  үткәрелгән тикшереүҙәр һөҙөмтәһендә балаларға тиҙерәк ярҙам күрһәтергә, ҡайһы бер осраҡтарҙа ғүмерҙәрен ҡотҡарып ҡалырға мөмкин буласаҡ, тип белдерҙе. Был медицина учреждениелары тикшереүҙәр өсөн махсус ҡорамалдар аласаҡ, шул иҫәптә  ДНК-ны өлөшсәләргә тарҡатыу, нуклеин кислоталарын бүлеп сығарыу өсөн  автоматик станциялар, лаборатория шейкер-инкубаторҙары ла бар.

Фото:medportal.ru

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: