Алдан хәбәр итеүебеҙсә, күптән түгел Сибай ҡалаһында "Урал аръяғы" тип аталған клиник-диагностикалау йоғошло ауырыуҙар үҙәге сафҡа инде. Бинаның бер ҡатлы корпустары ҡурай сәскәһе формаһында урынлашҡан. Дөйөм майҙаны - туғыҙ мең квадрат метр. Яңы инфекция үҙәгендә тәүлек әйләнәһенә эшләгән 40 бокс һәм 10 реанимация боксы бар. Ул төбәктәге сирлеләрҙе ҡабул итә. Ошо көндәрҙә ковид госпиталдә Баймаҡ ҡалаһынан 102 йәшлек инәй коронавирус сиренән дауаланыу үткән һәм уны кисә өйөнә һауыҡтырып, ҡайтарғандар. Был хаҡта үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә Сибай үҙәк ҡала дауаханаһы баш табибы Радик Нәҙерғолов хәбәр итә.
"Сибайҙың ковид госпитале өсөн медицина практикаһында бик уникаль тәжрибә. Бөгөн Баймаҡ ҡалаһынан 102 йәшлек пациентты коронавирус сиренән дауалап, өйөнә ҡайтарҙыҡ. Ул бик ауыр хәлдә госпиталгә килтерелә, 40 проценттан ашыу зарарланған була. Уны дауалау өсөн бөтә табиптарға ҙур көс һалырға тура килә: консилиум йыйҙыҡ, пациент өсөн индивидуаль дауалау курсы ойошторҙоҡ. Иң мөһиме - барыһы ла артта ҡалды, оло йәштәге пациент һауығып үҙ йортона ҡайтты. Артабан ул Баймаҡ ҡалаһы поликлиникаһы табиптары күҙәтеүе аҫтына алынасаҡ.
Оло йәштәгеләр өсөн ковид икеләтә хәүефле. Шуға һәр саҡ һаҡланыу сараларын инҡар итмәгеҙ, үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ! Һау-сәләмәт булығыҙ!"- тигән Радик Нәҙерғолов.
Ә беҙ үҙ сиратыбыҙҙа 102 йәшлек инәйгә артабан да һау-сәләмәт булыуын теләйбеҙ.
Фото һәм сығанаҡ: Радик Нәҙерғолов.