Сабыйҙарҙы иң тәүҙә үҙ ҡулдарына алған, ғүмерҙәрен ҡотҡарған акушер-гинекологтар хаҡында күпме йылы һүҙҙәр әйтелгән, фильмдар төшөрөлгән, мәҡәләләр яҙылған... Улар беҙҙең арала артыҡ күҙгә салынмай ғына йәшәй, көндәлек хеҙмәттәре менән әллә күпме әсәгә шатлыҡ, ышаныс бүләк итә, яҡты донъяға яңы кеше тыуыуына шаһит була.
Ошо көндәрҙә Республика клиник перинаталь үҙәгенең санитар авиация һәм акушер дистанцияла консультация бүлексәләренең акушер-гинекологы Динар Ғабдрахманов “Рәсәй лидерҙары” конкурсында еңеү яуланы һәм белемде камиллаштырыу өсөн бер миллион һум күләмендә грант алды.
“Иң алсаҡ, ыңғай ҡарашлы акушер”, – ти уның хаҡында пациенттары. “Ашығыс ярҙам” хеҙмәткәренән табипҡа тиклем юл үтә ул. Тәүге йылда йәш акушерға хатта ошо машинала бала тапҡан әсәгә медицина ярҙамы күрһәтергә тура килә.
“Бер нисә йылдан һуң был ҡатын икенсе сабыйын табыу өсөн тағы миңә килде, – ти табип. – Ниндәй генә ваҡиғаларға шаһит булырға тура килмәй акушерҙарға. Былтыр санавиация менән Стәрлетамаҡҡа осорға һәм 22 айлыҡ йөклөлөгө булған пациентты Перинаталь үҙәккә килтерергә тура килде. Иртәгәһенә үк уға операция яһаным, 480 грамм ғына ауырлыҡта тыуған баланы ҡулға алдым. Беҙ әсәне лә, сабыйҙы ла һаҡлай алдыҡ. Бәләкәсте һауыҡтырыу өсөн республика балалар дауаханаһының иң яҡшы табиптары көрәште. Ул бөгөн бына тигән һау-сәләмәт бала! Бәлки, тиҫтерҙәренән кәүҙә ауырлығы буйынса бер аҙ ҡалышалыр, әммә ул иҫән-һау, оҙаҡламай бер йәш тула. Был – әлегә Башҡортостанда экстремаль түбән ауырлыҡта тыуған сабыйҙарҙы һауыҡтырыуҙың берҙән-бер осрағы. Медицинала пациент менән уртаҡ тел табыу, уның уйҙарын һауығыуға, яҡшыға йүнәлтеү мөһим. Үҙем күтәренке күңелле кешемен, әсәләрҙең дә кәйефтәрен яҡшыртырға тырышам. Бәлки, шуғалыр ҙа артабанғы сабыйҙарын табыу өсөн миңә килергә тырышалар. Яңыраҡ бер ҡатын миндә өсөнсө балаһын тапты. Бер нисә ғаиләлә исемдәре Рөстәм булған атайҙар улдарын минең исем менән атаны.
Акушер-гинеколог булып эшләгән йылдарҙа иң тулҡынландырғыс мәл минең өсөн үҙемдең улым тыуыуы булды. Тик беҙҙең табиптар араһында шундай яҙылмаған алтын ҡағиҙә бар: яҡын кешеләреңә операция яһарға, бала табыуҙа ҡатнашырға ярамай! Шуға күрә улыбыҙҙы иң тәүҙә минең остазым Руслан Ғарифуллин ҡулына алды. Уға рәхмәтем сикһеҙ!”
- Д. ҒӘБДРӘХИМОВА