“Әсәйем юл-транспорт ваҡиғаһына тарып, дауаханаға эләккәс: “Үҙем дауаларға өйрәнәм, медицина хеҙмәткәре булам” тип һүҙ биргәйнем”, – ти ул. Сибай медицина училищеһынан һуң Степной фельдшер-акушерлыҡ пунктына эш башлай. Артабан башҡа урындарҙа эшләй, мәҫәлән, урындағы ауыл Советында – эштәр идарасыһы, Хәйбулла район хакимиәтендә кадрҙар бүлеге етәксеһе була. Әммә аҙаҡ ул барыбер медицина юлын дауам итергә - фельдшер булырға - ҡарар итә.
Социаль селтәрҙәге төркөмдә конкурста ҡатнашҡан конкурсанттарыбыҙ үҙенең эш оҫтаһы ғына түгел, бына тигән әсәй, ҡатын да. Әлифә Ғәфүр ҡыҙы ла тап шундайҙарҙан. Уның ире Әлмөхәмәт Ураҙбай улы Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының шахта төҙөү идаралығында эшләй. Татыу ғаиләлә буй еткергән Радмир Магнитогорск ҡалаһындағы заводта көс түгә. Унан ҡала Азамат – Хәйбулла районы буйынса эске эштәр бүлегендә дознание бүлеге етәксеһе, капитан. Ҡатыны Динә менән Индира, Диана һәм Алтынай исемле ҡыҙҙар тәрбиәләйҙәр. Ғаиләләге Данил исемле егет хәрби хеҙмәттән һуң әлегә отпускыла.
Фотолар: ғаилә архивынан.