Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
17 Июнь 2022, 13:00

"Ярҙам һорап өйгә лә киләләр..."

Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Бәпес ауылынан Зәкирә Абдуллина дүрт тиҫтә йылдан ашыу фельдшер булып эшләй.

"Ярҙам һорап өйгә лә киләләр..."
"Ярҙам һорап өйгә лә киләләр..."

“Бар күңелеңде, көсөңдө һалып, ысын йөрәктән башҡаларға ярҙам иткәндә генә фельдшер булырға мөмкин. Башҡаса бер нисек тә килеп сыҡмай, сөнки медицина ярҙамы һорап фельдшер-акушерлыҡ пунктына ғына түгел, өйгә лә киләләр”, –  ти ул. Фельдшер тормошоноң ошондай изге һөнәр менән бәйле булғанына шатланып бөтә алмай.

...Зәкирә Абдуллина бала сағынан яҙмышын медицина менән бәйләргә хыяллана, шуға Өфөләге 1-се медицина училищеһын тамамлай. Тормошоноң ошондай изге һөнәр менән бәйле булғанлығына шатланып бөтә алмай. Әле кесе улы Филүстең ҡатыны – килене Физәлиәнең ҡасандыр үҙе белем алған медицина училищеһында уҡыуына ҡыуанысы сикһеҙ.

Әйткәндәй, ҡатын өс улы менән яңғыҙ ҡала: 42 йәше тулғанда, ҡыҙға­нысҡа ҡаршы, ире Ғайса яҡты донъя менән хушлаша. Яҙмыш һынауҙарына, хеҙмәт ауырлыҡ­тарына бирешмәй, йәшәргә, эшләргә ынтыла ҡатын, шулай өс улын да аяҡҡа баҫтыра. Хәҙер Ильяс, Илдус һәм Филүс әсәһенең йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәҫкә, эштәрен намыҫ менән атҡарырға тырыша.

- Балаларымдың тормош юлдарынан намыҫлы атларға тырышыуы ҡыуандыра. Эшемә килгәндә, остазым Роза Дилмөхәмәтоваға рәхмәтем сикһеҙ: ул мине һөнәр нескәлектәренә өйрәтеп кенә ҡалманы, серҙәшем дә, терәгем дә булды. Санитарка Хөснә Ғөбәйҙуллина, шәфҡәт туташы Фәриҙә Ҡолоҡаева менән шул замандағы ауырлыҡтарға биреш­мәйенсә эргә-тирә ауылдар халҡын хеҙмәтләндерә инек. Өҫтәүенә ул ваҡытта транспорт юҡ, халыҡ һаны ла бер мең ярым тирәһе ине. Хәҙер беҙҙең ҡарамаҡта – 600 кеше, – ти фельдшер.

ҺҮРӘТТӘ: Зәкирә Абдуллина (уңда) ярҙамсыһы Алевтина Әмирова менән.

Автор фотоһы.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: