Әлшәй районының Ибрай ауылы ҡыҙы Резида Йосопова бала сағынан медицина хеҙмәткәре булырға хыялланған, шуға Өфөләге 1-се медицина училищеһын тамамлаған. Ул – юғары категориялы фельдшер, Башҡортостандың атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау отличнигы.
“Эшебеҙҙә төрлө хәлдәр осрай, әммә пациенттарҙың иҫән-һау ҡалыуы, уларҙың рәхмәт һүҙҙәрен ишетеү – оло бәхет!” – ти фельдшер. Уның тормош девизы: “Төрлө ауырлыҡтарҙы еңеп сығып, тик алға ынтылырға!”
Резида Тимерхан ҡыҙы ире Әлфәрит Сабирйән улы менән Урал һәм Руслан исемле улдар үҫтергәндәр. Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған Урал – полиция хеҙмәткәре, бәлиғ булмағандар эше буйынса өлкән инспектор. Ҡатыны Айгөл менән Искәндәр һәм Кәрим исемле балалар үҫтерәләр.
Икенсе улдары Руслан сит ил компаниһында эшләй. Ул Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатын алтын миҙалға тамамлаған, артабан Өфө дәүләт нефть техник университетында уҡыған. Ҡатыны Руфина менән Линара исемле ҡыҙ үҫтерәләр.
Әйткәндәй, ғаилә башлығы Әлфәрит Сабирйән улы – Асҡар-Ҡыпсаҡ ауылы хакимиәте башлығы. Ул - ҡатынының еңел булмаған эшендә нылы терәк-таянысы.
Фотолар: Йосоповтарҙың ғаилә архивынан.